Бөгөн Өфө урамдары буйлап “Айыҡлыҡ өсөн” тип исемләнгән автоуҙыш ойошторолдо

Тулыраҡ: Бөгөн Өфө урамдары буйлап “Айыҡлыҡ өсөн” тип исемләнгән автоуҙыш ойошторолдо

Өфө епархияһы тарафынан ойошторолған автомарафон баш ҡаланың Покровский ғибәҙәтханаһынан старт алды. Айыҡлыҡ акцияһына 2 тиҫтәләгән автомобиль ҡушылды. Сараның асылы – руль артына иҫерек килеш ултырыу осраҡтарын, шулай уҡ йәштәр араһында спиртлы эсемлектәр һәм наркотик матдәләр ҡулланыуҙы иҫкәртеү. Рәсәйҙә һәр икенсе аварияла үлем һәм травма алыу осрағы эскелек менән бәйле. Кеше үлтереүҙең – 72, үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙың – 42, шулай уҡ бауыр циррозының – 67 һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының 26 процентында алкоголь сәбәпсе.