Махсус комплекс тиҙ арала автомобилдәрҙең дәүләт номерын таный һәм хужаһының бурыстары бармы икәнен билдәләй. Шулай итеп, Федераль суд приставтары үҙ йөкләмәләрен үтәмәгән граждандарҙы асыҡлай. Һалымыңды ваҡытында түлә һәм тыныс йоҡла. Был әйтем тап ошо ханымға ҡағыла. Ул билдәләнгән осорға транспорт һалымын түләмәгән. Бынан тыш, юл ҡағиҙәһен боҙған өсөн дә штрафтары булып сыҡты. Автоһәүәҫкәр ҡайһы берҙәрен урында түләне. Ә был ир-егет эскән килеш руль артына ултырғаны өсөн водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән булған. Уға суд ҡарары буйынса штраф билдәләнгән. Автоһәүәҫкәр әйтеүе буйынса, ул штрафты күптән түләгән, квитанцияһы ла йортонда ята. Тик, суд приставтары уға ышанып етмәй. Бер нисә ведомство уҙғарған рейдта милек, транспорт буйынса һалымдар, ҡайтарылмаған кредиттар, штрафтар, алименттар, торлаҡ-коммуналь түләүҙәр тикшерелә. Әйткәндәй, комплекс кеше кеүек һөйләшеп тормай. Һин түрәме, ябай эшсеһеңме – барыһының да бурыстарын күрһәтә.Суд приставтары 2-3 сәғәт эсендә генә 20-гә яҡын бурыслыны асыҡлай. Ошо ваҡыт эсендә уларҙан 10 мең һумға тиклем аҡса ҡайтарыла. Тимәк, рейдтар ҡаҙнаны тулыландырыуға ҙур өлөш индерә.Әйткәндәй, штрафтарҙы йә иһә башҡа бурыстарҙы урында түләргә лә мөмкин. Әгәр инде аҡсаң булмаһа, суд приставтары бүлектәренә саҡыртыу тураһында документ яҙа. Ә бурыстар ҙур суммаға икән, бөтөнләй автомобилде махсус туҡталҡаға алып китәләр. Юл приставы комплексы Башҡортостанда йыл башынан ҡулланыла. Ошо арауыҡ эсендә 300-гән бурысы булған кеше асыҡланған. Барлығы 1 миллион һумдан ашыу милеккә һәм тиҫтәләгән автомобилгә арест һалынған. Республикала рейдтар дауам итә. Аҙна һайын район-ҡалаларҙа икешәр „Юл приставы„ комплексы эшләйәсәк.
Башҡортостан юлдарында ,,Юл приставы,, эшләй
Тулыраҡ: Башҡортостан юлдарында ,,Юл приставы,, эшләй