Күпйыллыҡ сәскәнең төрҙәре, уларҙы үрсетеү, гөлләмәләр яһау серҙәре менән һөнәрмәндәр бүлеште.Бер байрам тантанаһы ла сәскәләрһеҙ үтмәй. Ә бөгөнгө тамаша айырыуса шау сәскәләрҙән генә тора. Баҡсала күпйыллыҡ хризантема сәскәһенең Сит илдән лә Башҡортостанда ла сығарылған төрҙәре үҫә.Хризантема грек теленән тәржемә иткәндә Алтын сәскә тигәнде аңлата. Сөнки тәүге хризантемалар тик һары төҫтә генә булған. Хәҙер инде уларҙың 30 меңгә яҡын төрө билдәле. Шуларҙың 50-һе беҙҙең Башҡортостанда сығарылған. Ағиҙел, Ҡариҙел, З.Исмәғилем, Өфө уттары кеүек сәскә төрҙәрен ошо майҙансыҡта күрергә мөмкин.Быйыл тағы 7 сортты Өфө ботаника баҡсаһы Воронеж ҡалаһына тикшереү лабораторияһына ебәргән. 3 йыл тирәһе һынау үткәндән һуң сәскәләр айырым сорт булараҡ Башҡортостанға ҡайтарыла. Улар беҙҙең тәбиғәт шарттарында яҡшы үҫә, һәм баҡсағыҙға сәскә һайлағанда уларға өҫтөнлөк бирергә кәрәк, ти белгестәр.Шулай уҡ байрамға килеүселәр өсөн хризантемаларҙы ултыртыу, үрсетеү, ҡышҡылыҡҡа һаҡлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелде.
Өфө ботаника баҡсаһында хризантемалар фестивале үтте
Тулыраҡ: Өфө ботаника баҡсаһында хризантемалар фестивале үтте