Өфөләге Гастелло стадионын капиталь ремонттан һуң Республика үҙ ҡарамағына аласаҡ. Был турала беренсе вице-премьер Андрей Назаровтың башҡаланың төнъяына эш сәфәре барышында билдәле булды. Рәсәй һәм донъя чемпиондарын тәрбиәләп сығарған, Өфөнөң иң боронғо һәм билдәле спорт объекттарының береһе, Гастелло стадионы яҙмышын үҙгәреш көтә. Ул Республика ҡарамағына ҡайтарыласаҡ. Үҙгәреш милексе алышыуында ғына түгел, 1952 йылда төҙөлгән объект капиталь ремонт талап итә. Бокс, армреслинг, көрәш төрҙәре, гимнастика. Данлы спорт мәктәбе әле лә яңынан-яңы еңеүселәрҙе тәрбиәләй. Бында бөгөн 800-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә.
Өфөнөң төнъяғына эш сәфәре барышында хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Инорс биҫтәһендәге яңы бассейн төҙөлөшө менән дә танышты. Республиканың 100 йыллығына төҙөлгән 100 объект исемлегендәге комплекстың проект хаҡы үҙгәреү сәбәпле ҡатмарлыҡтар килеп тыуғайны. Андрей Назаров эштәрҙе алдан билдәләнгән ваҡытта тамамлау бурысын ҡуйҙы.
Балалар баҡсаһына сират һәм мәктәптәрҙә урын етешмәү Өфөнөң төнъяғы өсөн проблемаға әүерелә. Эргә-тирәләге ауыл-ҡасабаларҙан халыҡ балаларын Калинин районына йөрөтә, шунлыҡтан мәсьәлә тағы ла киҫкенләшә. Бөгөн мәктәпкәсә учреждениеларҙың һанын тағы ла 10-ға арттырыу бурысы тора. Уҡыусыларҙың 35 проценты икенсе сменала уҡый.
825 урынлыҡ мәктәптә 1 мең 421 бала белем ала. 157-се һанлы белем усағы менән танышҡандан һуң бында капиталь ремонт эшләү мөмкинлектәрен барларға килешелде. Андрей Назаров ошонда уҡ балаларҙы ашатыу шарттары менән танышып, туҡланыу процессының яҡшы ойошторолоуын белдерҙе.