Өфө студенттары инновацион станок уйлап сығарған

Тулыраҡ: Өфө студенттары инновацион станок уйлап сығарған

Күпкә теүәллерәк һәм тиҙерәк. Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары быға тиклем тиңе булмаған инновацион фрезерлау станогын уйлап сығарған. Ул заманса самолеттарҙың газ турбиналы двигателдәренә деталдәр эшләй. Йәш ғалимдарҙың эше менән бихисап Рәсәй предприятиелары ҡыҙыҡһына. Шул иҫәптән, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе лә яңы ҡоролманы күмәртәләп һатып алыуы мөмкинлеген барлай.

Ут-ялҡындар сығарып яңы станок металл ҡырҡа. Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары уйлап сығарған фрезерсы-робот ошо рәүешле һынау үтә. Станоктың бөтә двигателдәре лә бер юлы хәрәкәткә килә. Уларҙың ҡеүәтен кәметергә, йә киреһенсә, тиҙәйтергә мөмкин. Йәғни, кәрәк ваҡытта етештереү күләмен арттырырға була. Был инде башҡа станоктарға ҡарғанда тәғәйен бер ваҡыт эсендә күберәк деталдәр эшләү мөмкинлеген бирә.

Уникаль машинаның Рәсәйҙә тиңе юҡ. Оҡшаш машиналар Германия, Япония һәм Америкала ғына бар. Башҡортостандың мәғариф министрлығы башланғысы менән уйлап сығарылған был ҡоролмаға университет патент та алып өлгөргән.

Станок бер-береһенә параллель рәүештә урынлашиырылған өс колоннанан тора. Тап ошо төп деталдәргә аҙаҡ двигателдәр беркетелә. Әлеге ваҡытта терәүҙәрҙең береһен теүәллеген тикшереү өсөн һүтеп алғандар. Калибрлау тип аталған тикшереү алымы ярҙамында йәш ғалимдар станоктың дөрөҫ эшләүен анализлай. Сөнки фрезерсы-робот заманса самолеттарҙың ваҡ ҡына деталдәрен ҡырыу өсөн тәғәйенләнгән. Ә был эштә микрондарға, йәғни метрҙың миллиондан бер өлөшөнә тиклем теүәллек талап ителә.

Ғөмүмән алғанда, был иннновацион станокты нефть тармағында, авиация моделдәре һәм ракеталар төҙөү өлкәләрендә ҡулланырға мөмкин. Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары асышына илдең алдынғы предприятиелары ҡыҙыҡһыныу белдерә. Әлеге ваҡытта бер данала ғына булған ҡоролманы, киләсәктә күмәртәләп сығарыу күҙаллана, әле Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән станоктарҙы һатып алыу буйынса килешеүҙәр барлана.