Сүп-сар өсөн контейнерҙар мәсьәләһен кесе бизнес хәл итә

Тулыраҡ: Сүп-сар өсөн контейнерҙар мәсьәләһен кесе бизнес хәл итә

Радий Хәбиров муниципалитеттарға ҡаты ҡалдыҡтар өсөн контейнерҙар урынлаштырыуҙы тиҙләтеү бурысын ҡуйғайны. Ғафури районында мәсьәләне урындағы эшҡыуар менән бергә хәл итәләр. Контейнерҙар етештереүҙе яйға һалған йүнсел муниципалитетҡа тәүге партияһын тапшырған, тағы ла 130 сүп-сар һауытты ошо көндәрҙә ауылдарға оҙатыла.

Тимер контейнерҙы йәһәт кенә иретеп йәбештереп, теҙеп тә ҡуялар. Хәҙер ҡатмарлыҡтар бөтөнләй юҡ кеүек, тәүҙә бер контейнерҙы эшләргә ентекле өйрәнергә тура килә. Ғафури районы тәүҙә контейнерҙарҙы Таганрогтан һатып алып һынап ҡарай. Бындай ысул бик ҡыйбатҡа төшә. Шуға күрә урындағы эшҡыуар контейнер етештереү бурысын үҙ иңенә ала.

Тәүҙә сүп-сар өсөн пластик контейнерҙар тәҡдим ителә, әммә уларҙың тиҙ ватылыу һәм яныу хәүефе бар. Шуға күрә бактар 2 мм ҡалынлыҡтағы тимерҙән эшләнә. күрше өлкәләрҙең тәжрибәһе буйынса ошондай контейнерҙарҙың ҡулланыу осоро 20 йылға яҡын. Ышаныслы һәм ныҡлы булһын. Контейнер етештереүселәр өсөн был иң мөһим талап. Һәр бакка 600 кг-ға тиклем сүп-сар һыя. Әҙер бер контейнерҙың хаҡы 11 мең һум. Ә ҙур күләмле ҡалдыҡтарға иҫәпләнгән бак 40 мең һум тора, улар район үҙәгенән йыраҡ ауылдарҙа урынлаштырыласаҡ.

135 контейнер ауылдарға оҙатылған, тағы ла 130 берәмектән торған икенсе партия сиратын көтә. Һәр ауылда коммуналь ҡалдыҡтар өсөн дүртәр бак урынлаштырыла, асфальт түшәм һалынып, сүп-сар осоп таралмаһын өсөн ябыҡ майҙан эшләнә. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып ташлау өсөн махсус контейнерҙарға яҙмалар йәбештерелә. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре яңы контейнерҙарҙы иҫкеләре менән сағыштырып, баһалап та өлгөргән.

Башҡортостанда сүп-сар мәсъәләһе көнүҙәк. Әле булһа күп райондарҙа контейнерҙар урынлаштырылып бөтмәгән. Республика башлығы был эште тиҙләтергә ҡушты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, контейнер майҙандары ҡойма менән уратып, матур итеп йыһазландырылырға тейеш.