“Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәрен үҫтереү” стратегияһы сиктәрендә янғын һүндереү техникаһы тапшырылды. Тағылма автоцистерналар ауыл биләмәләренә, ә янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу машиналары республика янғын һүндереү частарына бүләк ителде.
Иглин районының Урман ауылы халҡы уттың ниндәй ҡурҡыныс афәттәргә килтергәнен яҡшы белә. 2011 йылда бында урынлашҡан хәрби частә янғын сығып, снарядтар һаҡланған келәттәргә тоҡанды һәм шартлауҙар башланды. Урманға республиканың бөтә хеҙмәттәре йәлеп ителде, улар бер-нисә көн дауамында ут һәм янғын эҙемтәләре менән көрәште. Хәҙер ауылдың янғын һүндереү бүлеге “Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәрен үҫтереү” стратегияһы сиктәрендә яңы техника алды.
Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа ведомствоға ҡараған янғын һүндереү бүлектәре юҡ. Белгестәр килеп еткәнсе иң беренсе халыҡ үҙе һәм ирекле янғын һүндереүселәр ут менән көрәшә. Шуға күрә лә ауыл биләмәләренә бөтә ҡоролмалары булған тағылма 17 янғын һүндереү техникаһы тапшырылды.
Автоцистернаны бөтә техникаға ла тағып була. Уға йылғанан да, гидрантҡа ла тоташып, һыу тултырырға мөмкин. Иң мөһиме, ҡайҙалыр алып барып түгел, ә ауыл ерендә хеҙмәтләндереү мөмкинлеге бар. Быға тиклем ошондай техника Стәрлетамаҡ һәм Туймазы райондарында тапшырылған. Йыл аҙағына тиклем ирекле янғын һүндереү командалары һәм ауылда урынлашҡан янғын һүндереү деполары 130 автоцистерна һәм машина аласаҡ.
Башҡортостан етәкселеге халыҡтың именлеген тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Радий Хәбиров дүшәмбе үткән оператив кәңәшмәләрҙә янғындарҙы булдырмау, үлем осраҡтарын кәметеү, профилактика уҙғарыу һәм янғындарҙы иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы урынлаштырыу мәсьәләһен һәр ваҡыт контролдә тота.
Радий Хәбиров ҡул ҡуйған “2024-се йылға тиклем Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше” стратегияһында хөкүмәт эшмәкәрлеге менән бергә янғын хәүефһеҙлеге тураһында ла әйтелгән. Указ тормошҡа ашырыла башланы ла инде.
Техника менән тәьмин итеүҙән тыш, ауылдарҙа янғын һүндереү частары төҙөлә һәм сафҡа индерелә. Республиканың төнъяҡ-көнсығыш төбәгендә ҡотҡарыу үҙәге булдырылды. Бынан тыш, янғындарҙы профилактикалау буйынса республика үҙәге ойошторолдо.