Башҡортостанда пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик юллама хаҡының бер өлөшөн субсидиялау өсөн сертификаттар тапшырыу башланды. Улар Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында, шулай уҡ «Ғаилә» республика ресурс үҙәгендә һәм пенсионерҙарҙың, инвалидтарҙың теркәлгән урыны буйынса «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә бирелә. Эксперт советы Башҡортостанда һәм Рәсәй Федерацияһында маршруттар буйынса пенсионерҙар, инвалидтар өсөн 131 социаль тур һайлап алған. Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 1 мең 530-ға яҡын кешене туристик юлламалар менән тәьмин итеү күҙаллана.