Өфөләге күсмә зоопарктарының береһендә юлбарыҫ балалаған

Тулыраҡ: Өфөләге күсмә зоопарктарының береһендә юлбарыҫ балалаған

Улар бер нисә көн элек кенә күҙҙәрен асҡан. Бәләкәс яныуарҙарҙы беҙҙең ижади төркөмгә күреп ҡайтыу бәхете тейҙе. Хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжеты. Юлбарыҫтар бер ай элек кенә тыуған. Хәҙер Симона ҡушаматлы инә юлбарыҫ киң вольерҙа йәшәй. Ғәҙәттә, тәбиғәттә януар ике генә көсөк килтерә, бер ыңғай дүрт сабый тыуҙырыу бик һирәк күренеш, ти зоопарк хеҙмәткәрҙәре.

Юлбарыҫ балаларына әле исем дә һайлап өлгөрмәгәндәр, күҙҙәрен асыуға ла бер-нисә көн генә үткән. Уларҙы Өфөлә тыуған өсөнсө быуын юлбарыҫтары, тип атарға ла мөмкин. Юлбарыҫтарҙан башҡа вольерҙа арыҫлан, айыу, бүре, ҡаплан да бар. Яңы тыуған януарҙарға килгәндә исемде уларға бер-нисә аҙнанан, енестәре билгеле булғас бирәсәктәр.