Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо һаҡлана

Тулыраҡ: Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо һаҡлана

Әммә алдағы көндәрҙә кинәт һыуыта тип иҫкәртә синоптиктар. Республика әле атмосфера тәьҫире аҫтында ҡалды, көнбайыш райондарҙа ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Көндөҙ һауа торошо 2 градус һалҡындан 3 градусҡаса йылыта. Кискә төнъяҡ райондарҙа 12 градусҡа тиклем түбәнәйә. Киләһе аҙнанан ҡыш тулыһынса үҙ хакимләғәна инәсәк тип фаразлай синоптиктар. 18 ноябрҙән һауа температураһы 0-дән түбән төшә, ҡар яуасаҡ.

Башҡортостан парламентарийҙары республикала тәбиғәт өсөн зарарлы предприятиелар төҙөүҙе тыйырға ниәтләй. Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Экология Кодексына үҙгәрештәр әҙерләй. 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң республика биләмәһендә асыласаҡ яңы предприятиелар проектлауҙан алып етди контроль үтергә тейеш буласаҡ. Үҙгәрештәр тәү сиратта нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү тармағында талаптарҙы ҡәтғиләштерә. Сәнәғәт ойошмаларының тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон дәүләт һәр ваҡыт контролдә тоторға тейеш тигән фекерҙә проект авторҙары. Яңы закон проекты һуңғы арала Башҡортостанда йыш күҙәтелгән экологик һәләкәттәрҙе киләсәктә иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.