Өфөлә йәш ярымлыҡ балалар өсөн төркөмдәр асыла

Тулыраҡ: Өфөлә йәш ярымлыҡ балалар өсөн төркөмдәр асыла

Мәктәпкәсә белем биреү йорттарында яслиҙар тергеҙелә. Башҡалала йәш ярымлыҡ кескәйҙәр өсөн тәғәйен төркөмдө тәүгеләрҙән булып Дим районы балалар баҡсалары аса.

Ике йәшлек Стефания иркен өйҙә көн буйы төрлө шөғөл таба. Әсәһе менән ваҡ-төйәк эш менән була. Бала кесе йәштән тиҫтерҙәре менән аралашырға өйрәнергә, йәмғиәткә яраҡлашырға тейеш, ти ҡыҙыҡайҙың ата-әсәһе. Йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән әсәләрҙең күбеһенең эш урынына ҡайтырға, ғаиләнең финанс мөмкинлектәрен нығытырға ашыҡҡаны ла сер түгел. Балалар баҡсаларында ясли төркөмдәре хәҙер үтенес йә хыял ғына түгел, ә ысынбарлыҡ. Өфөнөң иң тиҙ үҫешкән Дим районындағы 183-сө балалар баҡсаһында ясли төркөмөн асыу сағыу тантанаға әүерелде.

Ата-әсә төркөм бүлмәләре, шарттар менән ҡыҙыҡһынһа, тәрбиәселәр менән танышып-аралашырға ынтылһа, бәләкәстәр уйынсыҡтарға тотона. Һуңғылары эскерһеҙлеге менән хәүеф-хәтәр күрмәһә, тәүгеләре күңелендә шом бар. Ярты быуаттан ашыу файҙаланышта булған баҡсала ясли бүлеген булдырыу байтаҡ сығымдар талап иткән. Өс йәшкә тиклем балаларҙы тәрбиәләүгә ҡағылған бар ҡағиҙәләр ҙә үтәлгән.

Тәрбиәселәргә килгәндә кадрҙар ҡытлығы юҡ. Төркөмдә барыһы егерме бала. Яслиға иҫәп тотоп сиратта торғандарҙың был бер өлөшө генә. “Демография” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ясли төркөмдәрен булдырыуға һәр балаға бюджеттан 175 мең һум иҫәбенән аҡса бүленгән. Киләһе аҙнала Дим районындағы тағы ла ике балалар баҡсаһы иң бәләкәстәрҙе ҡабул итергә әҙерләнә. Әле уларҙа бүлмәләрҙе йыһазландырыу эштәре тамамлана.

Йыл аҙағына тиклем Дим районында йәнә биш ясли төркөмөн асыу көтөлә. Шуларҙың икәүһе бына ошо, быйыл декабрь айында файҙаланыуға тапшырыласаҡ, өр-яңы балалар баҡсаһында.