Башҡортостандың социаль сәйәсәте артабан да әсәлек, ғаилә һәм балалыҡты яҡлауға ҡороласаҡ

Тулыраҡ: Башҡортостандың социаль сәйәсәте артабан да әсәлек, ғаилә һәм балалыҡты яҡлауға ҡороласаҡ

Республика алдында торған тағы бер мәсьәлә – халыҡ һанын арттырыу. Ошо турала Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер төркөмөнә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһында белдерҙе. “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһына бер ауылда йәшәп, хатта бер ойошмала эшләгән, биш һәм унан да күберәк сабыйға ғүмер бүләк иткән ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылыуы һирәк. Хәйбуллалағы Степной ҡасабаһындағы “Айгөл” балалар баҡсаһында эшләгән был тәрбиәселәрҙе үҙенсәлекле рекорд ҡуя, тип әйтһәң дә хата түгел. Хеҙмәттәштәр хәҙер мәғариф тармағында тиҫтәләгән йыл бергә хеҙмәт итеү генә түгел, ә хатта күршеләр ҙә. Башҡортостандың бихисап район ҡалаларынан был юлы награда алырға 47 әсә саҡырылғайны. Улар төп эше – бала бағыуҙан тыш, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Кемдер уҡытыусы булһа, араларында һатыусылар, тәрбиәселәр, ауыл хужалығы тармағында эшләүселәр бар. Был юлы тантанаға Баймаҡтағы Темәс ауылынан бер-нисә гүзәл зат саҡырылды. Миҙал хужалары араһында 41 йәшен яңы тултырған өләсәйҙәр ҙә бар. Башҡортостанда бөгөн 12, 11 бала аҫыраған ғаиләләр күп түгел. Ә бына биш сабый үҫтергән парҙар һаны меңдән ашыу. Уларға ярҙам күрһәтеү дәүләт кимәлендәге сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлеше. Беренсе вице-премьер Андрей Назаров әйтеүенсә, хәҙер демографик программа Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың махсус Указына ярашлы алып барыла. Был документ республикала халыҡтың 4 миллион 100 мең кешегә еткереләсәгенә нигеҙ. Яңы дауаханалар, мәктәптәр һәм социаль обьекттар. Быларҙың барыһы ла республика мәнфәғәтенән сығып төҙөлә. Тағы шуныһы. Бөгөн Башҡортостанда “Әсәлек даны” миҙалын йөрөткән гүзәл заттар һаны 7 мең 919 кеше. Тиҫтәләрсә йылдар буйынса бирелеп килгән награда республиканың көндәлек тормошоноң иң күркәм йолаларының береһенә әйләнде.