Шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та мәл

Тулыраҡ: Шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та мәл

Башҡортостанда 2020 йылдан декрет ялындағы әсәләр бюджет иҫәбенә квалификация үҫтерә ала. Был бала тапҡандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙарҙы күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән аралай. Сөнки психологтар билдәләүенсә, һөнәр алыштырыу депрессияны иҫкәртә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, һәр 10-сы әсә ошо осорҙо кисерә. Әммә күптәре махсус ярҙам итеү хеҙмәттәренә һирәк мөрәжәғәт итә, бәғзеһе хәбарҙәр түгел. Мәскәү ҡалаһында күптән түгел 36 йәшлек ҡатын 9-сы ҡаттан ике балаһы менән һикергән. 9 айлыҡ ҡыҙы менән үҙе урында вафат булған, 3 йәшлек улы әле реанимацияла. Психологтар билдәләүенсә, ҡатын бала тапҡандан һуң күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, һәр 10-сы әсә ошо осорҙо кисерә. Әммә күптәре махсус ярҙам итеү хеҙмәттәренә һирәк мөрәжәғәт итә, бәғзеһе хәбарҙәр түгел. Йәш әсәләргә күңел төшөнкөлөгөнә нисек бирешмәҫкә, был хаҡта киләһе сюжетта. Ике балаға ваҡыт бүлергә, кескәйенең дә, өлкән улының да бар теләктәрен үтәргә, үҙеңә лә ваҡыт еткерергә кәрәк. Гөлшат Вәлиева был бурыстарҙы хәҙер еңел башҡарырға өйрәнгән, ул һәр көнөн сәғәтләп планлаштыра. Ә беренсе бала тапҡанда бик ҡатмарлыҡтар ине тип хәтерләй ул. Бала тапҡандан һуң күп әсәләр ҡыйнлыҡтарға дусар була. Белгестәр билдәләүенсә, әсә кешенең донъяһы ҡырҡа үҙгәрә һәм күпселек осраҡта ул был үҙгәрештәргә әҙер булмай сыға. Ауыр, интектергес тойғолар һәм кисерештәр үткәрә, һағышҡа, өмөтһөҙлөккә бирелә. Был осраҡта яҡындарына ла иғтибарлы булыу зарур. Депрессия хәлендәге кешене асыҡлауы ауыр тңгел, ул ғәҙәттә әкрен, дәртһеҙ, үҙен һәр саҡ хәлһеҙ тоя. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошон мультиварка, кер, һауыт-һауаба йыуыу машиналары физик яҡтан күпкә еңеләйтһә лә, төшөнкөлөккә бирелеүҙән ярҙам итмәй. Күп әсәләр бала тапҡандан һуң торғонлоҡто етди ҡабул итмәй. Беҙҙең әсәйҙәр ҙә бала тапҡан, беҙ ҙә был хәл торошон үтергә тейеш, тип иҫәпләй. Әммә ошондай төшөнкөлөк аяныслы фажиғәгә килтереүе ихтимал. Мәскәү ҡалаһында 36 йәшлек ҡатындың ике балаһы менән тәҙрәнән ырғыу сәбәптәрен дә ошоноң менән аңлаталар. Оҡшаш хәл Өфөләге әсәй менән дә була, балаһы иҫән ҡала, үҙен мәжбүри дауаланыуға оҙаталар. Йәй аҙағында Дүртөйлө районында йәшәүсе ҡатын 1 йәшлек малайын быуып үлтергәйне. Был ваҡиғаларҙы психологтар бала тапҡандан һуң күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү менән бәйле булыуы ихтимал, тип билдәләй. Белгестәр билдәләүенсә, йәш әсәгә йомолоп ҡалырға ярамай, яҡындарына ла абайлыраҡ булыу зарур. Бала ҡарауҙан тыш эшмәкәрлекте алмашытырырға мөмкин. 2020 йылдан милли проект сиктәрендә Башҡортостанда мәшғүллек хеҙмәте иҫәбенә декрет ялында ултырған әсәйҙәр һөнәрен камиллаштыра йә иһә яңы һөнәр үҙләштерә аласаҡ. Проект 4 йылға. Йәш әсә үҙен яңғыҙ тойорға тейеш түгел. Төшөнкөлөктөң төп сәбәбен асыҡлауы ҡатмарлы. Күңел торошона биологик, психологик, социаль факторҙар йоғонто яһай. Яҡын кешеләрҙең ярҙамы, яңы тыуған сабыйҙы бергә ҡарашыу ҡатын-ҡыҙҙы ниндәй ҙә булһа төшөнкөлөктән арындырасаҡ, тигән уртаҡ фекергә килә белгестәр.