Өфөнө автомобиль тығындарынан нисек азат итергә?

Тулыраҡ: Өфөнө автомобиль тығындарынан нисек азат итергә?

Ҡала хакимиәте был һорауҙы глобаль кимәлдә хәл итеү юлын эҙләгәнсе, Өфөлә йәшәүселәр үҙ төҡдимдәрен еткерә. Ошондай проекттарҙың береһе менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты. Ағиҙел күпере Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бөтмәҫ тығындар менән ауаздаш. Иҫке күпер ваҡытлыса ябылған ваҡыттан бында реверсив хәрәкәт тә ойошторҙолар, әммә был да мәсьәләне хәл итмәй. Сәбәбе – светофорҙар эшенең дөрөҫ көйләнмәүендә ти Морат Шәймәрҙәнов. Йәш егет Өфөләге тығындарҙы кәметергә мөмкин тип иҫәпләй. Проблемалы участкалар күптәргә яҡшы таныш. Был ҡалаға ингән һәм сыҡҡан күпер тирәләре генә түгел, мәҫәлән ҡала үҙәгендә һәр саҡ автомобилдәр хәрәкәтендә ҡатмарлыҡтар бар. Уны хәл итер өсөн ни бары буяу ғына кәрәк ти йәш кеше. Өлгө булараҡ Зәки Вәлиди урамын алғанда, ҡул яҡҡа боролор өсөн махсус уртауҙар һыҙырға кәрәк. Һөҙөмтәлә автомобилдәр бер-береһенә ҡамасауламай һәм тығындар ҙа кәмергә тейеш. Күрше Татарстандың баш ҡалаһында был тәжрибә күптән һыналған. Юл һыҙаттарының киңлеген кәметеп, уларҙың һанын арттырғандар. Һөҙөмтәлә водителдәр ҙә иплерәк йөрөй башлаған, ә Ҡазан тығындарҙан ҡотолған. Өфөгә әлегә транспорт хәрәкәтен дөрөҫ ойоштороуҙа камиллашыр нигеҙ бар. Йәйәүлеләр именлеген дә оноторға ярамай. Уҡыусыларҙы белемгә илткән хәүефле юл хаҡында Колгуевский микрорайонында йәшәүсе Вил Төхвәтуллин видео төшөргәйне. Яҙма интернет селтәрендә киң резонанс тыуҙырҙы, әммә мәсьәләне тулыһынса хәл итмәне. Өфө урамдарында юл транспорт ваҡиғаларына бәйле фажиғә һәр мөйөштә һағалап тора. Был авария күптән түгел Октябрь Проспектында теркәлгәйне. Ике ҡабалан водитель осрашып бер нисә пассажир дауаханаға эләкте. Әле “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” федераль программаһы, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә йәйәүлеләр үткәүелен төҙөү, светофорҙар һәм камералар урынлаштырыу эше киң йәйелдерелгән. Киләсәктә махсус алтаҡталар, “аҡыллы светофор” һәм “аҡыллы юл тамғалары”урынлаштырыу планда. Улар һауа шарттарына ҡарап тиҙлекте сикләргә, аварияларҙы иҫәкртергә ярҙам итер тип көтөлә. Проекттың беренсе өлөшө киләһе йыл тормошҡа ашырыла башлай. Ул юл хәрәкәте менән идара итеү системаһын автоматлаштырыуҙы күҙ уңында тотола. Был Өфөлә тығындар мәсьәләһен дә хәл итер тигән ышанысты нығыта. Ҡалала автомобилдәр хәрәкәтен камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр ҙә иғтибарҙа тситтә ҡалмаҫ тип ышанырға ҡала.