Балалар мәктәптә нисек туҡлана?

Тулыраҡ: Балалар мәктәптә нисек туҡлана?

Меню төҙөү тәртибе һәм туҡланыуҙың төп талаптары өсөн кем яуаплы. Беҙҙең хәбәрселәр Өфө мәктәптәренең береһе миҫалында республикала милли проектты бойомға ашырыу сиктәрендәге “Сәләмәт туҡланыу” программаһының үтәлеше менән ҡыҙыҡһынды.

Башҡалалағы 155-се лицей ашханаһы сеймалдан әҙер аҙыҡты таратыуға тиклем тулы циклда эшләй. Бында көнөнә 1100 уҡыусы туҡлана. Уҡыусыларҙың тәүге ағымын ашхана хеҙмәткәрҙәре икенсе дәрестән һуң, унынсы егерме минутта ҡабул итә. Бындай оҙон тәнәфестәр ике сменалы мәктәптә кәмендә өс тапҡыр ойошторола. Иртәнге аш берҙәм меню талап иткәнсә ике төрлө. Балаларҙың йәшенә ҡарата уның ғәҙәти һәм көсәйтелгән өлгөһө бешерелә. Ризыҡ төрө миҙгелгә тап килә, мотлаҡ аҙыҡтарҙан ит, һөт, ярма аштары, йәшелсә, эсемлектәр.

Сифатлы, хәүефһеҙ һәм тәмле. Был талаптарҙан тыш балалар аҙығы һәр кем һатып алырлыҡ хаҡта, файҙалы һәм үҫкән организм өсөн аҡһым, май, углеводтарҙың талап ителгән миҡдарына тап килергә тейеш.

Башҡортостан илдең биш төбәге менән бер рәттән “Демография” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә йәмәғәт һаулығын нығытыу пилот программаһында ҡатнаша. Мәктәп туҡланыуын берҙәм менюға яраҡлаштырыу ошо уңайҙан хәстәрләнгән. Ризыҡ төрө иһә бер тапҡыр мәңгелек раҫланған түгел. Балалар һәм ата-әсә теләген өйрәнеп Мәскәү туҡланыу һәм биотехнология институты тикшеренеүҙәре нигеҙендә үҙгәрештәр индерергә лә мөмкин.

Республика белем биреү йорттарында туҡланыуҙың берҙәм төрөн раҫлау иһә бер яҡтан ашханаларҙы яңыртыу, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы талап итһә, икенсенән төбәктә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөмкинлектәрен киңәйтә. Уҡыу йорттары һәм балалар баҡсаларының күбеһе ярым-әҙер аҙыҡты бешереүгә иҫәпләнгән. Улар сеймал етештергән, балыҡ, ит ярымфабрикаттарын, таҙартылған йәшелсә-емеш әҙерләп оҙатҡан предприятиеларға мохтаж.