Тел асҡысы – 100 әҫәрҙә

Тулыраҡ: Тел асҡысы – 100 әҫәрҙә

Туған телгә 100 аҙымды үтергә Башҡортостан халҡына 100 әҙәби әҫәр ярҙам итәсәк. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәҡдиме менән Башҡортостандың яҙыусылар берлеге һәм Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле эш алып барғандан һуң, китап уҡыусыларға был 100 әҫәрҙең исемлеген тәҡдим итте.

Күп быуаттар буйы тупланған башҡорт әҙәбиәтенән тик 100 генә әҫәрҙе һайлап алыу эксперт советына ай-һай еңелдән булмағандыр. Башҡа әҙиптәрҙең берәр әҫәре һайланһа, Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын, “Табыныу” поэмаһын, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын, “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесын һәм “Уңдым” исемле шиғырын, белгестәр фекеренсә, һәр кем уҡып сығырға тейеш. Һөҙөмтәлә исемлектә — 103 әҫәр. Улар менән башҡорт телендә уҡый алмағандар ҙа таныша ала.

Константин Толкачев республика китапханаларын, был иҫәптән мәктәптәрҙе лә исемлектәге әҫәрҙәр ингән китаптар менән тәъмин итеү кәрәклеген белдерҙе. Гүзәл Ситдыҡова иһә әҫәрҙәр менән танышыу өсөн бөтә формаларҙы ла ҡулланып була ти. Уның Күсле ил, көслө ил повесы ингән исемлеккә. Ә шиғырҙарға килгәндә, улар менән йырҙар аша танышыуҙы ла инҡар итергә ярамай, тигән фекерҙә әҙиптәр.

Исемлектәге йәмғеһе 37 шиғырҙың береһе тап Хәсән Назарҙың Өс һүҙе. Салауат Юлаевтың шиғыры ла ингән унда. Ә әҫәрҙәр теҙмәһен лайыҡлы рәүештә Урал батыр эпосы башлай. Тулы исемлек менән Башҡортостан яҙыусылары берлеге һәм Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана сайттарында танышырға мөмкин.