Янғын һүндереү һәм урмандарҙы тергеҙеү өсөн тәғәйен трактор һәм ҡоролмаларҙы 16 урман хужалығы ойошмаһы алды. Тағылмалы трактор комплекстары, ағас ташыу өсөн тәғәйен махсус техника республиканың төрлө райондарына оҙатылды. Урмансылар әйтеүенсә, заманса техника эште күпкә һөҙөмтәлерәк итәсәк. “Урманды һаҡлау” федераль программаһы һәм “Экология” милли проекты сиктәрендә республикаға 230 миллионлыҡ техника ҡайтарылған. Был автопарктарҙы яңыртыуҙың икенсе этабы, йәй Башҡортостан урмансылары бихисап махсус ҡоролмалар алғайны. Урман хужалыҡтарының техника паркын яңыртыу республика стратегияһы сиктәрендә лә бара, ул дәүләт ҡарамағындағы төбәк ойошмаларының эш һөҙөмтәлелеген арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Киләсәктә матди-техник йыһазландырыу биш йыл һайын планлаштырыла. Яңы техникалар ағас етештереү күләмен арттырыу менән бер рәттән урмандарҙы тергеҙең эшен дә сифатлыраҡ башҡарыу мөмкинлеген бирә. Яңы автопарктыү байтағы урман янғындары менән көрәш өсөн тәғәйенләнгән.
Башҡортостан урмансылары автопаркы яңы техника менән тулыланды
Тулыраҡ: Башҡортостан урмансылары автопаркы яңы техника менән тулыланды