Тыуған ереңә ҡайтып эшләр өсөн мең дә бер сәбәп

Тулыраҡ: Тыуған ереңә ҡайтып эшләр өсөн мең дә бер сәбәп

Кесе Ватан өсөн оло эштәрОшо исем аҫтында Өфөлә Ишембай районы яҡташтары һәм студенттары менән осрашыу үтте. Сараның маҡсаты — юғары белемле йәштәрҙе районға эшкә йәлеп итеү. Тыуған ереңдән алыҫта йәшәгән саҡта яҡташтарың менән осрашып күрешеү икеләтә шатлыҡлы. “Кесе Ватан өсөн оло эштәр” тип аталған сараға Ишембай ерлегендә тыуып үҫкән, тамырҙары ошо районға барып тоташҡан бихисап яҡташтар йыйылды. Сығышы менән Ишембай районы Ҡолғона ауылынан булған Ноғман Мусин әйтеүенсә, тыуған ерҙән бөтөнләйгә айырылып китеү – иң ҙур фажиғә. Белем үҙләштергәндән һуң, йәштәр эшкә үҙ райондарына ҡайтһын ине, ти Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы. Уның фекере менән Ишембай район хакимиәтенең сәйәсәте лә ауаздаш. “Ватаныңа ҡайтып эшләр өсөн мең дә бер сәбәп” девизы аҫтында үткән сара тап йәш кадрҙарҙы районға йәлеп итеү йәһәтенән ойошторолған.

Осрашыуға килгән студенттарға анкета тултырырға тәҡдим иттелде. Улар уҡып бөткәс ҡайҙа барырға йыйынғандары, ниндәй проблемалар борсоғаны тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙеләр. Рүзилә кеүек өлкәнерәк студенттарҙың киләсәккә пландары билдәле булһа, ә бына беренсе генә курста уҡыған егет-ҡыҙҙар әлегә яңы мөхиткә өйрәнеп, һағыныу тойғоларын баҫырға тырыша. Йәштәрҙән тыш, сараға өлкән быуын вәкилдәре, сығышы менән Ишембайҙан булған билдәле шәхестәр, зыялылар саҡырылғайны. Ҡатнашыусылар урындағы халыҡты борсоған көнүҙәк проблемаларҙы уртаға һалып фекер алышты. Яҡташтарына күстәнәс итеп Ишембайҙың сәнғәт оҫталары концерт та әҙерләгәйне. Ә фойела йәш кадрҙарҙы йәлеп итеүҙә ҡыҙыҡһыныу белдергән ҙур ойошмалар күргәҙмә ойошторҙо. Яҡташтарҙың осрашыу урыны итеп “Торатау” конгесс-холлы осраҡлы ғына һайланмаған.

Ишембай районының тәбиғәт символы булған изге тауҙың исемен йөрөткән был урынды ишембайлылар тыуған йорто кеүек ҡабул итеүҙәре тураһында һөйләне. Ә инде һуңғы йылдарҙа онотолоп ҡалған осрашыу йолаһын тергеҙеү районда кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә ҙур өлөш индерер,тигән өмөттә ойоштороусылар.