Радий Хәбиров Башҡорт ихаталары программаһы үтәлеше менән ҡәнәғәт түгел

Тулыраҡ: Радий Хәбиров Башҡорт ихаталары программаһы үтәлеше менән ҡәнәғәт түгел

Башҡортостанда инвестициялар күләме 15 процентҡа артҡан, ә үлем осраҡтары кәмегән. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров йылдың 9 ай күрһәткестәрен барланы. Ә “Башҡорт ихаталары” программаһы үтәлешен тәнҡиткә тотто төбәк етәксеһе. Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров 9 ай һөҙөмтәләрен барлап сыҡты. Һөйөнөр күрһәткестәр төп капиталға инвестициялар йәлеп итеүҙә – 115 процент. Бурыс алдағы йылдарҙа темпты кәметмәҫкә, йыл һайын 10 процентҡа арттарып барырға. Йыл башынан 1 миллион 700 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыдған, былтырғынан 6 ярым процентҡа күберәк. Ил Президентының Май указдарында билдәләнгән төп бурыстарҙың береһе үлем осраҡтарын кәметеүҙә лә тәүге яҡшы һөҙөмтәләр бар. Һуңғыһына Радий Хәбиров тағы ла бер тапҡыр иғтибар итергә саҡырҙы. Мәҫәлән, яңы йыл байрамдарында алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү маҡсат.

Быны спитрлы эсемлктәр һатыуҙы өлөшләтә сикләү менән бер рәттән каникулдар ваҡытында халыҡты мәҙәни һәм спорт сараларына йәлеп итеү аша башҡарыу күҙаллана. Оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған темаларҙан “Башҡорт ихаталары” программаһы үтәлеше иғтибарға лайыҡ. Ҡайһы бер райондарҙа төҙөкләндереү эштәренең декабргә тиклем һуҙылыуында район башлыҡтары ғәйепле тине Радий Хәбиров. Төҙөкләндерелгән 107 ихатаны тикшергәндән һуң 30 процентында ғына эштәр урын-еренә еткереп башҡарылыуы асыҡланған. Республикала был эш менән шөғөлләнгән намыҫлы компаниялар етешмәүе күҙгә салына тиелде ултырышта. Бөтә етешһеҙлектәр төҙөүселәр иҫәбенә яңыртыласаҡ. Медицина белгестәренә ҡытлыҡ мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителә тине Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Тармаҡҡа быйыл 371 яңы белгес өҫтәлеп килгән. Республика үҙ сиратында быға тиклем “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса дәүләт ярҙамын ала алмаған белгестәргә миллиондар таратып бирҙе. 1 мең тирәһе студент һәм 440 ординатор ай һайын 5 һәм 8 мең һум өҫтәмә стипендия ала. Тик уҡыуҙы тамамлағас улар мотлаҡ республика һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына эшкә ҡайтырға тейеш.

Бюджет аҡсаларын һөҙөмтәһеҙ файҙаланыу осрағы Ҡырымдағы Юбилейный шифаханаһыда асыҡланған. Башҡортостан ҡарамағына тапшырылған учреждениены төҙөкләндереүгә ярты миллиард аҡса бүленгәйне. Әммә етәкселек суммаларҙың бихисап өлөшөн тәләфләгән. Быға бәйле Радий Хәбиров ризаһыҙлығын белдерҙе. Һөҙөмтәлелекте Радий Хәбиров төрлө төбәктәр һәм илдәр буйлап эшлекле сараларға йөрөргә яратҡан чиновниктарҙан да талап итә. Улар ниндәй килешеүҙәр алып ҡайтҡаны хаҡында отчет бирергә бурыслы. Республикала үткән сараларҙың шулай уҡ файҙаһы баһаланасаҡ. Быларҙың барыһы ла 2020 йылға Башҡортостандың эшлекле көндәлегендә нығытылған.