Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Башҡортостандың 2020-2022 йылға тиклемге бюджеты буйынса асыҡ фекер алышыуҙар ойошторола. Документ беренсе тапҡыр киләһе өс йылға иҫәпләнгән. Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров төбәктең мөһим финанс документының төп параметрҙарын белдерҙе. 2020 йылда бюджеттың килем өлөшө 194 миллиард һум, сығымдар 220 миллиард. Уларҙың 70 проценты социаль өлкәгә йүнәлтелә. Андрей Назаров билдәләүенсә, дефицит резерв иҫәптәрҙән ҡапланасаҡ. Республика шулай уҡ сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларының иҡтисади үҫешенә һәм инвестициялар күләменең артыуына өмөт бағлай. 2020 йылда федераль бюджеттан Башҡортостанға 43 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
2020 йылда федераль бюджеттан Башҡортостанға 43 миллиард һум аҡса бүленәсәк
Тулыраҡ: 2020 йылда федераль бюджеттан Башҡортостанға 43 миллиард һум аҡса бүленәсәк