Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев район һәм ҡала биләмәһе үҙидаралығының ҡатын-ҡыҙ депутаттары менән осрашты. Төп маҡсат — социаль өлкәләге милли проектарҙы ғәмәлгә ашырыу, халыҡ араһында аңлатыу эштәрен алып барыу һәм ярҙам итеү. Осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау, мәғариф мәсьәләләре күтәрелде. Демографик хәлде арттырыу йәһәтенән балалалы әсәләргә хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу һәм ҡыҙҙарҙы бәләкәйҙән әсә булырға әҙерләү зарур, тигән тәҡдимдәр индерелде.
Социаль өлкәләге милли проектарҙы ғәмәлгә ашырыу
Тулыраҡ: Социаль өлкәләге милли проектарҙы ғәмәлгә ашырыу