Ҡатмарлы һәм һирәк диагноз ҡуйылған пациентҡа ярҙам

Тулыраҡ: Ҡатмарлы һәм һирәк диагноз ҡуйылған пациентҡа ярҙам

Өфөлә робот Да Винчи ярҙамында быйыл 400-ҙән ашыу операция башҡарылған. Табиптар был юлы ҡатмарлы һәм һирәк диагноз ҡуйылған пациентҡа ярҙам итте. Операция өҫтәлендә 40 йәшлек ир. БДМУ клинкаһында тулы тикшеренеү үткәндән һуң уға ҡатмарлы операция башҡарырға ҡарар ителә. Робот-хирург тәүҙә йыһанда космонавтарға медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн уйлап сығарылған һәм уны бөйөк художник һәм ғалим Леонардо да Винчи хөрмәтенә атағандар. Хирург пациенттан бер нисә метр алыҫлыҡта. Роботтың механик ҡулдары табиптың хәрәкәттәрен ҡабатлай. Операция робот ярҙамында башҡарылһа ла, бар эш хирург командаһы менән үтәлә һәм ул ошо махсус ҡоролма аша робот менән идара итә. Лапароскопияның яңы алымын 3д форматта экран аша күҙәтергә мөмкин. Табиптар билдәләүенсә, һәр хирург өсөн был ҡоролмала эшләү оло мәртәбә. Робот-хирург системаһы тәү сиратта яман шеште киҫеп ташлау өсөн ҡулланылһа ла, уның ярҙамында йөрәк, бауыр, бөйөр, үпкә, ашҡаҙан һәм башҡа ағзаларға операция башҡарырға мөмкин. Волга буйы федераль округында Өфөлә был аппарат берәү генә һәм мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә операциялар сирлеләргә бушлай яһала.