Быйыл, мәҫәлән, 2020-се һәм 2021-22-се йылдарға иҫәпләнгән бюджет проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙарында 1 меңдән ашыу кеше ҡатнашырға теләп, теркәлгән. Шуларҙың 28-е ултырышта сығыш яһарға йөръәт итте. Улар төрлө йәмәғәт ойошмалары, халыҡ исеменән мөрәжәғәт итеп, йәмғиәтте борсоған проблемаларҙы еткерҙе. Ә Вице-Премьерҙар, ведомство башлыҡтары депутаттар һәм граждандар биргән һорауҙарға яуап биреп, күреләсәк аныҡ саралар планы менән таныштырҙы. Хәҙер инде өсөнсө йыл бюджет тураһындағы закон проекты ошондай форматта тикшерелә. Киләһе йылдарҙа ла Башҡортостан бюджеты социаль йүнәлешле булып ҡала.
Бүленгән сығымдарҙың күп өлөшө һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, милли иҡтисад һәм мәғариф тармаҡтарына бүленә. Был маҡсатта 2020 йылда бюджеттың килеме 194 миллиард һум, ә сығымдары 220 миллиард һумдан билдәләнгән. Йылдан йыл сығымдар кәмеп, ә килем киреһенсә арта барасаҡ, тип күҙаллана. Йәмәғәт тыңлауҙарында индерелгән барлыҡ тәҡдимдәр һәм күрһәтмәләр депутаттар тарафынан тикшерелеп, бюджет тураһында закон проектына индереләсәк. Башҡортостандың төп финанс документы йыл аҙағында ҡабул ителер тип көтөлә.