Торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡатында урынлашҡан бәләкәй ҡунаҡханалар урындағы йәшәүселәргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. “Халыҡ контроле” проекты активистары был етешһеҙлек менән етди көрәшергә ниәтләй. Торлаҡ кодексының 17-се статьяһына үҙгәрештәр индерелде. 1октябрҙән хостелдар һәм бәләкәй ҡунаҡханалар күп ҡатлы торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡатында урынлашырға һәм айырым инеү урынына эйә булырға тейеш. Был талаптарҙы бәләкәй ҡунаҡхана хужалары үтәргә ашыҡмай. Был ҡунаҡханала йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Яҡты бүлмәләр, киң карауаттар, бильярд өҫтәле, хатта фин мунсаһы. Хаҡы ла – бер төн ҡунып сығыу 400 һум. Тик бына, ҡунаҡхананың күп ҡатлы йортта урынлашыуы күршеләргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Улар шау-шыуға һәм тәмәке еҫенә зарлана. Халыҡ контроле проекты активистары ҡунаҡхананың эшмәкәрлеген законға ярашһыҙ тип тапты.
Яңы тәртип буйынса, хостелдар йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән биналарҙа урынлашырға тейеш.Унан тыш, янғын хәүефһеҙлеге саралары ла күҙәтелмәгән, ти йәмәғәтселәр. Интернет селтәрендә был адрес буйынса ҡунаҡхана тураһында мәғлүмәт ҡуйылһа ла урында алтаҡталар юҡ.Ҡунаҡтарҙы йыйыштырыусы ғына ҡаршы алды. Аппартамент хужаһы менән телефон аша ғына һөйләшә алдыҡ.Ул ваҡытлыса йәшәп тороу хеҙмәте күрһәтеүҙе инҡар итте. Ике ҡатлы фатирҙы мин ҡуртымға бирәм, тине ул. Был эштең асылын үҙгәрмәй. Ҡунаҡхана эше алып барылыуы күренеп тора, ти активистар.Тимәк, фатир хужаһына законды боҙғаны өсөн яуап бирергә тура киләсәк. Рейд барышында « Халыҡ контроле » бер нисә бәләкәй ҡунаҡхананы тикшерҙе. Закондарҙы теүәл үтәп эшмәкәрлек алып барғандары ла күп. Әйткәндәй, был ҡунаҡхана беренсе ҡатта урынлашҡан, йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән. Докуменнтары ла теүәл. « Халыҡ контроле » вәкилдәре әйтеүенсә, рейдтың маҡсаты – бизнес хужаларының эшмәкәрлеген тотҡарлау түгел, ә аңлашылмаған урындарын әйтеп ебәреү. Сөнки, ҡануниәттәге үҙгәрештәр хаҡында барыһы ла белеп етмәй.