Рифат Сабитов “ТЭФИ” менән бүләкләнде

Тулыраҡ: Рифат Сабитов “ТЭФИ” менән бүләкләнде

Төбәк телевидениеһын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Рифат Сабитов “ТЭФИ” менән бүләкләнде. Юғары телевизион награданы Волгоградта “ТЭФИ-төбәк” конкурсының еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһында тапшырғандар. Рифат Абдулваһап улы - билдәле йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсәт фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Телевидениелағы хеҙмәт юлын ул 1978 йылда башлай. Әлеге көндә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының төбәк департаментын етәкләй.