Башҡортостанда үҫтерелгән йәшелсәне һатыу селтәре аҡһай

Тулыраҡ: Башҡортостанда үҫтерелгән йәшелсәне һатыу селтәре аҡһай

Башҡортостанда йәшелсә-емешкә хаҡтарҙың түбән булыуы миҙгел күренеше. Ҡыш осоронда картуф, һуған һәм кишерҙең тағы ла ҡиммәтләнеүе көтөлә. Төп сәбәп – ситтән килтерелгән аҙыҡ-түлек. Хаҡтарҙы тотороҡло итеү өсөн республикала махсус һаҡлағыстар ҙа юҡ. Шишмә районындағы Әри ауылында йәшәүсе Бикташевтар ҡышҡа әҙерләнә. Хужалыҡтың ҡар баҙында төрлө ҡайнатмалар менән бергә һуған-кишере, ҡыҙыл сөгөлдөр бар. Иң мөһиме — яҙын сәсер өсөн картуф та һалынған. Хәҙер инде был баҙҙы ваҡытында елләтергә, таҙалап торорға ғына кәрәк. Шәхси хужалыҡтарға үҙҙәре үҫтергән йәшелсә-емеште һаҡлау ауырға тура килмәһә, бөгөн ҙур кооперативтар өсөн хәл ителмәгән мәсьәләләр етерлек. Махсус баҙҙар булмағас, йәмғиәттәр үҙ продукцияһын аралашсыларға арзан хаҡҡа бирергә мәжбүр. Шишмә районындағы иң эре фермерлыҡ йәмғиәттәренең береһендә келәттәрҙә бөгөн тиҫтәләрсә тонна картуф-кишер һаҡлана. Тик етештереүсе бөгөн тағы ла бер ауырлыҡҡа осраған. Башҡортостанда үҫтерелгән йәшелсәне һатыу селтәре аҡһай. Рәсәйҙә импорты алмаштырыу тураһында һөйләгән саҡта, етәкселек ауылға боролорға тейеш, ти аграрийҙар. Хужалыҡтарға хәҙер сауҙа селтәренә сығыу мөмкинлеген бирергә кәрәк. Шишмәләрҙең, әлбиттә, йәшелсәне ҡышлатыу өсөн үҙ келәте бар. Тик бер генә комплекс республиканың тиҫтәләрсә район мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндерә алмағаны көн кеүек асыҡ. Ауыл хужалығы министрлығы ла Башҡортостанда йылына 40 мең тонна картуф-кишер, һуған һаҡлау өсөн баҙҙарҙың кәрәк булыуы тураһында белдерә. Ә Башҡортостан хужалыҡтары иһә бөгөнгә йәшелсә-емеш баҫыуҙарын алып-һатарҙар өсөн эшкәртергә мәжбүр. Көҙөн йыйып алынған “икенсе икмәкте” йүнселдәр Һамарға алып барып һаҡлап, ҡышын беҙгә килтереп һатҡандары юҡ түгел. Ул саҡта иһә хаҡтар икенсерәк, ун-биш егерме һумға ҡиммәтерәк тора. Бөгөн Башҡортостан фермерҙарына аҙыҡ-түлекте сауҙа рәттәренә сығарыу өсөн ныҡлы база талап ителә. Республикала төҙөләсәк яңы келәтәтр был прблеманы хәл итеүҙәге тәүге аҙым булырға тейеш.