“Алтын скальпель” эйәһе

Тулыраҡ: “Алтын скальпель” эйәһе

“Алтын скальпель” – алтын ҡулдарҙа. “Хирургияның көнүҙәк мәсъәләлре” республика фәнни-практик конференцияһында Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павловҡа “алтын скальпель” тапшырылды. Юғары награда Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы тарафынан булдырылған. Валентин Павлов үҙенең эшмәкәрлеге осоронда 100-ҙән ашыу операция эшләй. Хирургия өлкәһенә заманса дауалау ысулдарын индерә. Республикала беренселәрҙән робот Давинчи ҡоролмаһында ир-егет енесенә операция башҡара. “Алтын скальпель” премияһы хирургтарҙың хеҙмәте өсөн юғары баһа һәм йылына бер тапҡыр тапшырыла. Быйыл ул 22-се хужаһын тапты. Башҡортостандың хирургтар ассоциацияһы шулай уҡ иң яҡшы фәнни хеҙмәттәр, ғилми эштәрҙе билдәләп, дипломдар менән тәбрикләне. Конференцияла республика һәм илдең алдынғы хирургтары һәм Ҡытай университеты делегацияһы ҡатнашты.