Изгелек эшлә лә һыуға һал. Был мәҡәл күп балалы ғаиләгә коттедж бүләк итеп тә, үҙенең кем икәнлеген белгертмәҫкә теләгән эшҡыуарҙың ҡылығына тура килә. Ошо көндәрҙә Дүртөйлөлә Әсә көнөнә арнап үткәрелгән форумда ғаиләгә йорттоң асҡыстары тапшырылды. Сараға республканың 30-лап районы ҡатын-ҡыҙҙары йыйылды. Унда Каринэ Хәбирова ла ҡатнашты. Хәкимовтар ғаиләһе Ғафури районындағы был йортта ете йыл йәшәй. Ағас өй күптән серей башлаһа ла, ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мөмкинлектәре булмай. Бар килем – балалар һәм инвалидлыҡ өсөн пособиелар. Уларҙың хәле тураһында урындағы эшҡыуар белеп ҡала һәм майҙаны 160 квадрат метр ҙурлығындағы коттедж бүләк итә. Уның исемен бер кем дә белмәй. Асҡысты Әсә көнөнә арналған форумда Динәгә тапшырҙылар. Хәкимовтарҙың хыялы тормошҡа ашыуында Каринэ Хәбированың да ҡатнашлығы бар.
Тап ул беренселәрҙән булып ғаилә хәленә йәмәғәтселек иғтибарын йүнәлтте. 100 йәшен билдәләгән Суфия Ҡаҙыханова ла Каринэ Хәбированан ҡотлауҙар ҡабул итте. “Ҡатын-ҡыҙ — хеҙмәтсән, ҡатын-ҡыҙ – әсә” зона форумында хеҙмәт ветерандары, медиктар, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың 100 йыллығы миҙлы менән бүләкләнде. Ә ете һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Әсә көнө йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә. Башҡортостанда был байрам менән 1,5 миллионға яҡын ҡатынды ҡотларға була. Улар төрлө һөнәр эйәләре, шулай ҙа үҙҙәренең төп вазифаһында – әсә булыуҙа бер ҡасан да һынатмаҫ заттар.