Беҙҙең телеканалда сыҡҡан сюжеттан һуң, Степан Злобин урамында фонарҙар ҡуйылды. Ләкин республиканың ҡайһы бер райондары һәм Өфөнөң бер-нисә урамы халҡы әле һаман утһыҙ интегә. Барлыҡ әсәйҙәр кеүек үк Гөлназ Мостафина таң менән өлкән ҡыҙын мәктәпкә, кескәй улын балалар баҡсаһына алып бара. Көндәр ҡыҫҡарҙы-ҡараңғы ла иртәрәк төшә. Ауылдың ҡараңғы урамдарынан көн һайын иртәле-кисле йөрөү үтә лә хәүефле. Елизавета Шабрина күп балалы әсә. Уға ла көндә ошо ҡараңғы урамдарҙан йөрөргә тура килә. Ҡараңғы ауыл урамының бормалы һуҡмаҡтарын бер аҙ тойомларға бары тик кеҫә телефоны фонаре ғына ярҙам итә. Бына ошондай күҙгә төртһәң дә күренмәй торған ҡараңғылыҡ аша балалар йорттарына ҡайтырға мәжбүр.... Урам буйына бер – нисә фонарь ҡуйылған ,уны ла урындағы халыҡ үҙ көстәре менән урынлаштырған. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, яҡтыртыу бағаналары бар.
Тик улар бына күп йылдар инде эшләмәй тора. Нуриман районында йәшәүселәрҙе лә ошондай уҡ мәсьәлә борсой. Был кадрҙар Красный Ключ ҡасабаһында төшөрөлгән. Төнгө урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһенә республика етәксеһе былтыр уҡ иғтибар иткәйне. Урындағы етәкселәр алдында Радий Фәрит улы аныҡ бурыстар ҡуйып урамдарҙы яҡтыртыуға, тимәк кешеләрҙең именлеген тәьмин итеүгә иғтибарҙы йүнәлтергә саҡырғайны. Беҙҙең телеканалда сыҡҡан сюжеттан һуң ҡала хакимиәте Степан Злобин урамындағы мәсьәләне ыңға хәл итте. Күптән түгел Иглин районында 13 йәшлек ҡыҙ баланың машина аҫтында ҡалыуында ла, яҡтыртыусы ҡорамалдарҙың булмауы – төп сәбәптәрҙең береһе. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәүлектең ҡараңғы ваҡытында кәметеү өсөн автоинспекторҙар мәктәптәрҙә уҡыусылар өсөн төрлө саралар ойоштора. Юл ҡағиҙәләре, уларҙы теүәл үтәргә кәрәклеге хаҡында әңгәмә ҡора.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, ҡышҡы һәм көҙгө осорҙа яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы таҫмалар ололар һәм балалар кейеменең айырылғыһыҙ өлөшө булырға тейеш, тигән фекерҙә.Бигерәк тә ата-әсәләргә хәүефһеҙлек нигеҙҙәрен инҡар итергә ярамай. Статистиканан күренеүенсә, машина тәгәрмәсе аҫтына йышыраҡ балалар эләгә. Бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмау өсөн куртка йәки портфелгә таҫма йәбештереү йәки фликер беркетеү ғүмерҙе һаҡларға ярҙам итә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм юл һәләкәттәре иҫәбенән 70 проценттан ашыуы – ул тәүлектең ҡараңғы осоронда йәйәүлеләрҙе тапап китеү осраҡтары. Тәүлектең ҡараңғы осоронда бөтә йәйәүлеләргә лә өҫкө кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙы ҡулланырға кәңәш итә, белестәр.