Торатау конгресс-холлында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә Хакатон- форумы үтте. Хакатон – ул “Етештереүсәнлек лидерҙары” белем биреү программаһының федераль уникаль башланғысы. Ул сеймал булмаған тармаҡ предприятиелары топ-менеджерҙарына иҫәпләнгән. Форумда ҡатнашыусылар 5-8 кешенен торған командаларға берләшеп, үҙ предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу йәһәтенән ҡарарҙар ҡабул итә. Артабан төбәк һәм федераль ҡарарҙар банкы ла булдырыласаҡ. Хакатонда Рәсәйҙең 4 төбәгенән милли проектҡа килешеү төҙөп ингән предприятиелар ҡатнашты. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда улар әлегә 48. «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проектында ҡушылырға теләүселәр һаны арта бара.
Нимә ул Хакатон?
Тулыраҡ: Нимә ул Хакатон?