Сәйетбаба сыры республика кәштәләрен яулай

Тулыраҡ: Сәйетбаба сыры республика кәштәләрен яулай

Сыр сифаты саф һөт менән махсус әсеткегә бәйле. Ярты сәғәттән һуң ошо ойоған һөттән эремсек эретеп һарҡытыла. 10-11 кг әҙер сырға 100 литр һөт талап ителә. Оҫтаға ҡыйынлыҡтар юҡ. Тәмле һәм йомшаҡ сыр алыр өсөн бары технологияны дөрөҫ үтәргә кәрәк. Цехта етештерелгән бар төр сырҙарҙың нигеҙендә ошо ҡатышма ҡулланыла. Сулугуни биш сәғәт әҙерләнә. Һуңынан һыуытҡысҡа оҙатыла. Сырҙың төрөнә ҡарап әҙерлек ваҡыты ла үҙенә айырым. Цех оҫталарының ғорурлығы үрелгән ыҫланған сыр. Бында ул көнөнә 500 берәмек етештерелә. Төтөн өсөн иһә тик ысын ерек тапсығы көйрәтелә. Сырҙың тәменә ағас төрө лә йоғонто яһай. Цех бер юлы меңдән ашыу үрелгән сыр ыҫлауға иҫәпләнгән. 6-8 сәғәт эсендә үҙенсәлекле ризыҡ әҙер. Күрше цехта йүнселдәр балыҡ ыҫлау цехын да асҡан. Тоҙланған балыҡты ептәр менән бәйләгәс теҙеп элеп ҡуябыҙ.

12 сәғәт киптерелә һәм 12 сәғәттән ашыу ыҫлана. Ғөмүмән, балыҡты ыҫлау өсөн 5 көн үтә. Диңгеҙ балыҡтарына өҫтөнлөк бирелә. Туңдырылған скумбрия, көмрө балыҡ, бағыр күмәртәләп һатып алына һәм цехта тоҙлана. Балыҡ ыҫлау менән Айрат Шаймәрҙәнов бер нисә йыл шөғөлләнә, ә быйыл яңы кәсеп өсөн айырым цех төҙөп күпләп етештерә башлағандар.3 йыл элек Өфө егеттәре Морат Шаймәрҙәнов менән Радик Йосоповтың Сәйетбаба ауылын сыр етештереү урыны булараҡ һайлауы ла осраҡлы түгел. Бында иң тәмле һөт һауып алына, ти йәш эшҡыуарҙар. Һыйыр һөтө шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙан йыйыла, әммә әлегә тик һыналған хужаларҙан. Киләсәктә сыр етештереүҙе арттырыу маҡсаты тора, бының өсөн цехта сыр ҡайнатыу, һөттөң ҡуйылығын, тығыҙлығын, әселеген билдәләү өсөн махсус ҡорамалдар һәм йыһаздар, һыуытҡыстар бар. Әлегә төп мәсъәлә – аҙыҡты сауҙаға күпләп сығарыу.

Логистика үҙәге кәсепселәр етештергән аҙыҡ-түлекте бер урынға туплап һатыу мәсъәләһен еңеләйтәсәк һәм тауарҙың хаҡын түбәнәйтеүгә булышлыҡ итәсәк. Эшҡыуарҙар сырҙың башҡа төрҙәрен дә етештерергә әҙер. Әле һыуытҡыс кәштәләре сырҙың ҡаты төрө менән тулы. Ул бер нисә йылдан һуң ғына әҙер буласаҡ. Импорт алмаштырыу маҡсатында сыр етештереүҙе ойоштороп бөгөн Башҡортостан тәжрибәле йүнселдәр һәм сыр оҫталары төбәге исеменә дәғүә итә.