Башҡортостандың да хәҙер үҙ Baby –театры бар

Тулыраҡ: Башҡортостандың да хәҙер үҙ Baby –театры бар

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ремонтҡа ябылһа ла бәләкәс тамашасыһын ҡабул итергә әҙерләнә. Театрҙа бәләкәй залдың ҡап уртаһында серле ҡыуыш көтә сабыйҙарҙы. Режиссер актерҙар менән тәүге спектакль өҫтөндә эшләй. Ул “Һауанан ергә тиклем” тип атала һәм бәләкәстәргә ошо арауыҡҡа ингән төшөнсәләр менән яҡыныраҡ танышырға тәҡдим итә. Спектаклдә ни бары дүрт актер уйнай: Лилиә Ғәлина, Юнир Ҡоланбаев, Морат Рафиҡов һәм Әлфирә Зәһиҙуллина. Актерҙарҙың тамашасыһы алдында хасил булғанынан, йөҙ-ҡиәфәте, хәрәкәттәренән алып көйгә, яҡтылыҡҡа тиклем барыһы ла балаларҙың иғтибарын йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Эштең төп маҡсаты ла – театрҙы яратҡан тамашасы тәрбиәләү.

Режиссер менән бергә рәссам Павла Никитина, балетмейстер Алина Мостаева, композитор һәм анимация буйынса рәссам Әмир Ғәлиәскәров та Baby-спектакль өҫтөндә эшләй. Baby-театр балалар өсөн классик театрҙан айырылып тора, сөнки залда хатта иң бәләкәстәр ҙә үҙен уңайлы тоясаҡ. Әгәр ҙә бәләкәй тамашасы булһам, миңә бэби-театр оҡшар ине. Сөнки ҡатылығына, ҙурлығына, йомшаҡ булыуына ҡарап ултырғысты үҙем һайлайым. Оҡшаған ергә ултырам, теләйем икән ике ҡатлап та ултырам. Ятып ҡарарға ла мөмкин. Үҙем нисек теләйем, шулай ҡарайым спектаклде. Иң мөһиме — бәләкәстәргә күңелле, улар күп нәмәләр менән таныша, ә ата-әсәләр күңелдәре менән ял итә. 24 ноябрҙә сәғәт көндөҙгө 4-тә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй залында башҡорт Baby –театры бәләкәй тамашасыһын һәм уның яҡындарын көтә.