“Алға” махсус иҡтисади биләмәһе быйыл уҡ ойошторолоуы ихтимал

Тулыраҡ: “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе быйыл уҡ ойошторолоуы ихтимал

Был турала республика башлығы Радий Хәбиров Ишембайға эш сәфәре мәлендә белдерҙе. Әле документ Рәсәй хөкүмәтендә тикшереү үтә һәм йыл аҙағына тиклем раҫланыр тип күҙаллана. Айырым зона булдырылыу менән урындағы бюджетҡа һалымдар килеүе артыр, тип көтөлә. Райондың ауыл хужалығы тармағы ла иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Бында ҙур инвестор киләсәк, тигән белдереүҙәр яһалды. 2029-сы йылға 17 резидент урынлаштырыу ҡарала. “Әле Ишембайҙың бала табыу йортон төҙөкләндереү буйынса мәсьәлә хәл ителә. Һаулыҡ һаҡлау тармағында яҡшы үҙгәрештәр бар, райондың һәм ҡаланың киләсәге өмөтлө”,  — тине Радий Хәбиров. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында Иҫке Ишембай ҡасабаһының "Йондоҙ" мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт башҡарылған. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың хеҙмәткәрҙәр менән осрашыуҙа иҫкергән газ ҡаҙанлығын яңыртыу мәсьәләһе күтәрелде. Халыҡ эшләргә йә эшләтергә теләй икән, быны, әлбиттә, етәкселек тә хупларға тейеш, — тине Радий Хәбиров. Бынан тыш, Башҡортостан башлығы бинаны артабан ремонтлауға республика ла аҡса өҫтәйәсәген белдерҙе.