Һөнәри эшмәкәрлеккә һалым

Тулыраҡ: Һөнәри эшмәкәрлеккә һалым

Шәхси эшҡыуар булып теркәлмәгән, әммә аҡса табыусылар килеменә һалым индереләсәк. Әлегә был тәжрибә Рәсәйҙең дүрт төбәгендә үтә. Ошо исемлеккә Башҡортостан да ҡушыласаҡ. Был ғәмәл кеше бизесты законлы рәүештә алып барһын өсөн индерелә. Өйҙә үҙҙәренең бәләкәй генә эше менән шөғөлләнеүселәр яңылыҡты нисек ҡабул итә. Ҡойҡа ашын бешереп һыуытҡас, икенсе көнөнә үк ашаһаң тәмлерәк була, ти йәш хужабикә Зарина Рәшитова. Ә бына билмән, кәбеҫтәгә төрөлгән итте ярымфабрикат эшләп туңдырһаң яйлыраҡ. Үҙ ғаиләһен тәмле ит аштары менән һыйларға яратҡан хужабикәнең шөғөлө үҙе лә һиҙмәҫтән бәләкәй генә бер эшҡыуарлыҡҡа әйләнгән. Зарина Рәшитованың ярымфабрикаттарын тәмләргә теләүселәр һаны көндән-көн арта. Сифатлы аҙыҡ менән сәләмәт туҡланыуҙы ҡайғыртыусыларға ихлас ярҙам итәм, тей йәш әсәй.

Зарина артабан эшен законлы рәүештә, йәғни, дәүләткә һалым түләп алып барырға уйлай. Һөнәри эшмәкәрлеккә һалым ставкаһы был осраҡта 4 процент. Ләйсән Имелбаева ла законлы рәүештә эшләүҙе яйлы тип һанай. 3 бала әсәһе күңеленә оҡшаған шөғөлдө декрет ялында тапҡан. Ижади хыялдарын үҙенең аш бүлмәһендә тормошҡа ашыра. Туҡтауһыҙ эшләгән миксер, тәмле еҫтәр, ҡупшы биҙәлгән торт, капкейктар йәш әсәнең хеҙмәт сағылышы һәм төп килем сығанағы. Хужабикә киләсәктә ресторандар менән эшләргә ниәтләй. Ә бының өсөн кәрәкле һалымдарҙы түләргә кәрәк. Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙең дүрт төбәгендә – Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә Калуга өлкәһендә, Татарстанда, тәжрибә булараҡ, үҙ эшен асҡан граждандарға һалым режимы индерелгән. Исемлеккә Башҡортостан да ҡушылырға ниәтләй. Һөнәри эшмәкәрлеккә һалым ставкаһы тауар һатыусыларға– 4 процент, юридик шәхестәр менән эшләүселәргә 6 процент тәшкил итәсәк. Бының өсөн башта өйҙә үҙҙәренең бәләкәй бизнесы менән булышҡан кешеләр һалым органының “Минең һалымым” ҡушымтаһында теркәлергә тейеш.Артабан һөнәри эшмәкәрлекте законлы рәүештә алып барырға мөмкин.