“Цифралашҡан мәғариф мөхите” төбәк проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Өфө районы Миловка мәктәбе өр-яңы йыһаздар алды. Хәҙер бында уҡыу йылының икенсе сирегенән дәрестәр компьютер ярҙамында ойошторола. Дәфтәр менән ҡәләм, таҡта менән аҡбур яйлап тарихҡа күсә. Тәжрибәләр өсөн махсус ҡоролма-йыһаздар тураһында һүҙ ҙә юҡ. Физика дәрестәренең лаборатория эштәре хәҙер виртуаль ысынбарлыҡта үтә. Лаборатория цифралы, уҡытыусы тейешле күрһәткестәрҙе интерактив таҡтала теркәй, уҡыусылар иҫәпләүҙәрҙе планшетта башҡара.
Айырыуса зирәктәре ошонда уҡ “калькулятор”, “белешмә” кеүек ярҙамсы ҡушымталарҙы файҙаланып өлгөрә. Сираттағы дәресте ошо уҡ бүлмәлә шул уҡ йыһаздар менән география уҡытыусыһы үткәрә. Лилиә Шәйхисламова мәктәптә бишенсе йыл эшләй. Белем биреүҙең цифралы тәртипкә күсеүен уңайлы, мауыҡтырғыс һәм заман талаптарына тап килә, тип хуплай. Химия уҡытыусыһы яңы йыһаздарға тейешле баһа бирергә әле өлгөрмәһә лә, уҡыусылар менән локаль селтәрҙә дәрес алып барыуға шат. Цифра белем үҙләштереүҙең яңы мөмкинлектәрен аса, ти Лилиә Зөбәйер ҡыҙы. Интерактив йыһаздарға иң ныҡ һөйөнгәне, әлбиттә, балалар. Һорау, мәсьәләгә яуапты таҡтаға сығып түгел, ә урындан ғына табып, планшет аша уҡытыусыға тапшырыу замана балалары өсөн тәбиғи күренеш. Улар тап шундай ысул менән белем алыу яҡлы. Мауыҡтырғыс сәйәхәт формаһында. Имтихандарға әҙерләнеү ҙә хәҙер ҡатмарлы йөкләмә түгел. Уңайлы белешмәләр эште күпкә еңеләйтә. Миловка ауылы мәктәбендә 450-нән ашыу бала белем ала. Уҡытыусылар эшенә ижади ҡарашта. Йәш быуынды тормошсан рухта тәрбиәләйҙәр. Балалар хеҙмәткә, буласаҡ һөнәр һайлауға етди ҡарай. Цифралашҡан мәғариф дәүерендә лә уҡыусылар виртуаль ысынбарлыҡ файҙаһына ғәмәлдәгеһенән баш тартмай. Быны ошо һынау мөйөшө дәлилләй. Тәбиғи фәндәр дәрестәрендә балалар төрлө шарттарҙа үҫентеләр үҫтереп тәжрибә алып бара.
Тупраҡтың уңдырышлыҡ кимәлен тикшерәһеңме, һыуҙың сифатын асыҡларға теләйһеңме – мәктәптә ғәмәли лаборатория ла бай. Интерактив таҡталар ҙа электән ҡулланыла. Яңы йыһаздар “Мәғариф” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә быйыл октябрҙә алынған. “Цифралы белем биреү мөхите” төбәк программаһын үтәр өсөн 2019 йылда Башҡортостанға “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан 128 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Республика мәктәптәрендә белем биреүҙе цифралаштырыу дауам итә. Был маҡсатҡа 2022 йылға тиклем йәнә 2 миллиард һум аҡса бүленә. “Мәғариф” милли проектының төп маҡсаты — заманса хәүефһеҙ цифралаштырылған белем биреү мөхитен булдырыу. Уҡыуҙың һәр төрө һәм кимәлендә юғары сифаттарға өлгәшер өсөн.