Өфөлә Ленин исемендәге майҙанда баш ҡаланың төп шыршыһын урынлаштырҙылар. 30 метр бейеклектәге шыршы Благовещен районынан килтерҙеләр. Ҡупшыҡайҙы урынға тиклем һаҡ һәм теүәл еткерер өсөн башҡаланың Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙары оҙатты. Өфө ҡалаһының һәр районынан 7 Ҡыш бабай һәм 7 Ҡарһылыу был осрашыуҙы теүәл бер йыл көттө. Яңы йыл байрамының төп символы – шыршыны Өфө-Благовещен трассаһында уҡ ҡаршы алдылар. Өфөнөң төп яңы йыл шыршыһын һайлау ябай эш түгел, иң ҡатмарлыһы 30 метрлыҡ ылыҫ ағасын урмандан алып сығыу һәм теүәл ҡалаға тиклем еткереү. Ҡупшыҡайҙы Юл патруль хеҙмәте оҙатты. Яңы йыл ҡупшыҡайын Өфөгә 10 сәғәттән ашыу килтерҙеләр. 90 йәшлек моһабәт шыршының матурлығын әкиәт геройҙары юғары баһаланы. “Горзеленхоз” хеҙмәткәрҙәре шыршыны Ленин исемендәге майҙанда төн уртаһында ғына урынлаштырҙы. Киләһе көндәрҙә ҡупшыҡайҙы уйынсыҡтар һәм гирляндалар менән биҙәйәсәктәр, Яңы йыл ҡаласыҡтары, һырғалаҡтар төҙөйәсәктәр. Башҡалала барыһы 19 майҙан барлыҡҡа киләсәк.
Өфөлә төп шыршыны урынлаштырҙылар
Тулыраҡ: Өфөлә төп шыршыны урынлаштырҙылар