Ишембай районы “Алға” зонаһына инергә әҙерләнә

Тулыраҡ: Ишембай районы “Алға” зонаһына инергә әҙерләнә

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда айырым иҡтисади биләмә барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бых хаҡта Радий Хәбиров Ишембайға эш сәфәре барышында белдерҙе.

Ишембай районы “Алға” зонаһына инергә әҙерләнә. Айырым иҡтисади биләмә проекты әле федераль хөкүмәт раҫлауын көтә. Ишембайҙа иһә бөгөн биләмәнең тәүге резиденттары бар. Республика башлығы “Технолоджи” предприятиеһы эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Инвестиция проекты буйынса бында 100-ҙән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа килә. Завод диодлы яҡтыртыу ҡоролмалары етештереүҙе яйға һалған.

Етештереү ҡеүәте республика юл-урамдарын яҡтыртыусы һаҡсыл һәм уңайлы лампалар менән тәьмин итергә етә. Складтарҙа 12 мең әҙер яҡтыртҡыс һатып алыусыһын көтә. Радий Хәбиров был уңайҙан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына “Яҡты ҡала” программаһын бойомға ашырыу йәһәтенән “Йәмәғәт биләмәләре сәғәтен” ойоштороп мәсьәләне хәл итеү йөкләмәһен бирҙе.

Ишембайға эш сәфәре барышында Радий Хәбиров райондың бер нисә социаль объектын ҡарап урындағы халыҡ менән аралашты. Ҡаланың Юрматы биҫтәһендә 1600-ҙән ашыу кеше йшәй. Былтыр декабрь айында халыҡ һыу-ткәргес, газ яғыулығы, юлдар, тротуарҙар юҡлығына зарланғайны. Хакимиәт башлығы Азамат Абдрахманов бөгөн йорттарға һыу, газ үткәреү ҡоролмалары төҙөлөшө әүҙем барғанын белдерә.

Иҫке Ишембай ауылында “Урындағы инициативаларҙы яҡлау” программаһы буйынса “Йондоҙ” мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелгән. Бинаның ҡыйығы алмаштырылған, зал яңыртылған. Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы республика һәм мунициапль бюджеттар иҫәбенә финанслауға ҡушып шәхси кешеләр иғәнәләрен күҙ уңында тота. Республика башлығы халыҡтың әүҙемлеген ыңғай баһаланы. Ошо уҡ ауылда медицина пункты ла яңынан асылған. 2014 йылда оптималләштереү программаһына ярашлы ябылған бинала район хакимиәте иҫәбенә ремонт яһалған. Райондың Петровское ауылында иһә капиталь ремонттан һуң участкаһы дауаханаһы эш башлаған. Ул бер нисә ауыл халҡын, йәғни биш мең ярымдан ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Дауахананың амбулаторияһы, 10 карауатҡа иҫәпләнгән көндөҙгө стационары һәм паллиатив бүлеге бар. Медицина кадрҙарына ҡытлыҡ юҡ, табиптар етерлек. Маҡар урман хужалығының элекке бинаһын ҡайтанан ҡороуға сығымдар “Башнефть” компанияһы тарафынан социаль маҡсатлы программалар фонды аша бүленгән. Инвестициялар иҫәбе 23 миллион һум.

Республика башлығы Петровское ауылындағы балалар йорто бинаһын төҙөкләндереү эштәре һөҙөмтәһен дә белеште. Етемдәрҙе Каринэ Хәбирова үҙ ҡарамағына алғайны, ремонт эштәрен дә ул даими контролдә тотҡан. Әле бында 23 бала тәрбиәләнә. Йортта бүлмәләр ғаилә фатиры өлгөһөндә урынлашҡан. Йоҡо бүлмәләре, ашхана, ҡунаҡ залы бар. Класс бүлмәләре, тегеү һәм балтасы оҫтаханаһы, тренажер залы эшләй. Эргә биләмәлә балалар һәм спорт майҙансығы ҡаралған. Заман талаптарына тап килгән уйын майҙансыҡтары хәҙер ауылдарҙа ла йыш күренеш. Радий Хәбировтың тыуған ауылы Һайранда халыҡ ыңғай үҙгәрештәрҙе һанап бөтә алмай.

Ауыл халҡы республика башлығына рәхмәтен күҙгә-күҙ еткерә. Хәтирәләр, тәьҫораттар, киләсәккә маҡсаттар уртаҡлашыуҙар урамдағы сатлама һыуыҡҡа ҡарамаҫтан йылы һәм ихлас күңелдән.

Йәшәү өсөн бар шарттар булдырылған Һайран бөгөн яңы һулыш ала. Ауылда тормош уңайлыҡтары һәм хәүефһеҙлек сараларын хәстәрләү киләсәктә лә дауам итәсәк.

Республика башлығы ауылдаштарына тиҙҙән янғын һүндереү станцияһы төҙөлөшө башланасағын белдерә. Һыуүткәргесте төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу эштәрен иһә “Башнефть” компанияһы үҙ иңенә алған. Һайранда өр-яңы фельдшер-акушер пункты файҙаланыуға тапшырылған. Мәктәптең тышҡы һәм эске өлөшөндә капиталь төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Радий Хәбировты уҡыусылар йылы ҡаршыланы. Бында 32 бала уҡый. Мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмөнә ун бала йөрөй.

Ишембайҙа Радий Хәбиров үҙе йәшәгән йорт ихатаһында “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә үтәлгән эштәр һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһынды. Район хакимиәтендә иһә “Хакимиәт башлығы сәғәтен” үткәрҙе. Төбәктең социаль-иҡтисади күрһәткестәре ыңғай. Радий Хәбиров райондың “Алға” биләмәһенә инергә әҙерлеге менән ҡыҙыҡһынды. Хакимиәт башлығы билдәләүенсә, нигеҙле 15 резидент бар, әле инвесторҙар менән килешеүҙәр ҡорола.

Ҡала мәҙәниәт һарайында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһында ҡатнашыусылар ҙа был көндө Республика башлығын ихлас ҡаршыланы. Байрамда төрлө тармаҡта уңыш ҡаҙанған әүҙем гүзәл зат вәкилдәре ҡатнаша. Көн дауамында бында бихисап күргәҙмәләр эшләне. Радий Фәрит улы сәләмәтлек, матурлыҡ, балалыҡ һәм ғаилә биләмәләре менән танышты. Республика башлығы ханымдарҙы етеп килгән әсә көнө менән ҡотлап, уларға тыуған район, республика, үҙ ғаиләләре, тормош иптәштәре, балалары һәм туғандары хаҡына башҡарылған эше өсөн рәхмәт белдерҙе.