Водителдәр әлегә наркотик һәм алкоголгә тест бирмәйәсәк

Тулыраҡ: Водителдәр әлегә наркотик һәм алкоголгә тест бирмәйәсәк

Наркологҡа сират теҙгән чиновница үҙ язаһын алды – ул эшенән бушатылды. 22 ноябрҙән водителдәр өсөн медицина тикшереүе үтеүҙә яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инергә тейеш ине. Ете үлсәмәй ҡабул ителгән ҡарар арҡаһында дауаханаларҙа сират теҙелде, юҡ хаос барлыҡҡа килде.

Бындай сыуалыш булыр, тип бер кем дә көтмәй. Төртөш, ҡысҡырыш, халыҡ һуңғы көндө осһоҙ хаҡҡа медицина тикшереүен үтергә теләп оҙон сират ойоштора. Бындай хәл справкаларға хаҡ күтәрелеү менән бәйле. Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла наркология диспансерҙарына ошондай уҡ ҙур сират күҙәтелгән. Ҡаҙан ҡалаһында сиратта торған ир үҙен насар тоя һәм вафат була.

Кешеләр водитель таныҡлығы алыу өсөн медицина тикшерелеүенә 720 һум түләһә, 22 ноябрҙән уның хаҡы 5-7 мең һумға тиклем артыуы хаҡында яңылыҡ ошондай ығы-зығыға килтерә. Хаҡтар артыуы яңы төр анализдар тапшырыу талабы менән бәйле, тип билдәләнә. Әгәр ҙә әлегә тиклем махсус комиссия алкоголь һәм наркотик ҡулланыуға шиктәр тыуғанда ғына ҡәҙимге анализдарҙы тәғәйенләһә, яңы ҡағиҙәләр буйынса руль артына ултырырға теләүсе һәр кеше үҙенең айыҡлығын дәлилләргә тейеш. Йәғни даими төшөрөргә яратыусылар бер көн айныҡ булып анализ тапшырһа ла, ҡандағы алкоголь миҡдарын табыусы маркер 3-4 аҙна элек ҡулланғанын да күрһәтәсәк. Яңылыҡ руль артына хроник эскеселәрҙе, наркотик матдә ҡулланыусыларҙы ултыртмау өсөн эшләнә.

Рәсәй президенты был хәлде тәнҡитләй һәм һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова водителдәргә медицина тикшерелеүҙең яңы тәртибен ғәмәлгә индереүҙе кисектерергә ҡарар итте. Водитель таныҡлығын алыр алдынан наркотиктарға һәм алкоголгә тест 2020 йылдың 1-се июленән генә тапшырыла башлар тип көтөлә.