Уның тормошҡа һөйөүе күптәргә өлгө

Тулыраҡ: Уның тормошҡа һөйөүе күптәргә өлгө

Һынауҙарға, тормош ҡаршылыҡтарына бирешмәгән Наталья Рыбакова тураһында һүҙебеҙ. Донъяға һыңар ҡул менән килгән ҡыҙ яҙмыш кәртәләренә ҡаршы торорлоҡ көстө үҙендә тапҡан.

Фоторәссам Павел Буркин менән Наталья Рыбакова хәҙер яҡшы дуҫтар. Ҡала китапханаларының береһендә уҙған фотосессияға Наталья ентекле әҙерләнә. Һау сәләмәт ҡыҙҙарға биткә кершән яғыу, иренде буяу ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ ине. Ә бына Натальяға иһә йәнә лә үҙен үҙе еңергә тура киләсәк. Яһалма ҡул менән буяныу, сәс тарау ауырға төшә.

Ишембай районындағы Васильевка ауылында донъяға килгән ҡыҙ үҙ тормошоноң беренсе көнөндә кешеләрҙең ҡанһыҙлығы менән осраша. Ҡулһыҙ сабый тәрбиәләгән ата – әсә ҡыйын хәлгә йыш тарый. Иң ауыры мәктәп йылдары. Балалар Наташаға килеп, беҙҙең менән уҡыма, һин зәғиф тип йәшермәй әйтә.

Тәүҙә Наталья косметик протез менән йөрөй. Был ҡулайлама тик етешһеҙлекте йәшереүҙең бер юлы ғына булып тора. Механик ҡулайлама тере ҡулды алыштырмаһа ла, уның мөмкинлектәре күпкә юғары. Наталья хатта ҡулды ҡыҫып күрешә ала. Ә протездың бер өлөшөнә ҡош ҡанаты һүрәте төшөрөлгән. Йәш ҡыҙ киләсәктә бионик протез менән йәшәйәсәгенә ышана.

Башҡортостанда бөгөн ни бары егерме кешелә генә ошондай механик ҡул протезы бар. Наталья иһә тәүге уңыштарына ҡыуана. Ул төрлө әйберҙәрҙе тота ала, уйындарҙа ҡатнаша. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡтағы техник китапхана ла ошондай балалар менән теләп эшләй.

Наталья Рыбакова башҡаларҙың үҙенә ябай кешегә булған мөнәсәбәт менән ҡарауҙарын теләй. Ҡасандыр ҡулы юҡлыҡҡа борсолған ҡыҙҙың хәҙер яңы дуҫтары ла күп. Ғүмерендәге беренсе фотосессияны ул яңы йыл бүләге түгел, ә изгелек билдәһе тип ҡабул итә.