Һаҙлыҡта ер

Тулыраҡ: Һаҙлыҡта ер

Заманында күп балалы ғаиләләргә бушлай ер бүлемдәре биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Бер нисә йыл инде ул тотош илдә лә, Башҡортостанда ла тормошҡа ашырыла. Стәрлетамаҡ ҡалаһында өс йылдан ашыу сиратта торған ғаиләләр үҙ ерҙәрен түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Әммә өмөттәр үҙен аҡламай. Сөнки бирелгән бүлем дә өй күтәреп тә, баҡса ултыртып та булмай. Истрафиловтар закон буйынса күп балалы ғаиләләргә бушлай бүленгән ерҙәрен күрергә килеп шаҡ ҡата. 6 йәшлек Даян да ике метрҙан ашыу күрәнлекте күреп аптырауҙа ҡала. Ғаилә башлығы әйтеүенсә, ер участкаларын бүлгәндә бөтә ҡағиҙәләр ҙә үтәлеп бөтмәгән. Тағы ла 11 ғаилә бүленгән ерҙәрен ҡарарға килеп ошо һаҙлыҡҡа юлыға. Бушлай ергә дәғүә итеүсе күп балалы ғаиләләр тәүҙә килешеүгә ҡул ҡуя, аҙаҡ 22 сентябрҙә ыҙанлау үткәргәндән һуң ғына кемгә ниндәй ер бүлеме эләккәнен асыҡлай. Ер “тере” сират буйынса, граждандар мөрәжәғәт иткәндән һуң теркәлгән исемлеккә ярашлы бирелә. Мәҫәлән, бында 32 участка башлана. Әммә, күреүегеҙсә, ул һыу сығып ятҡан һаҙлыҡҡа тура килә. Хужалар төҙөләсәк йорт урынын тәртипкә килтереп ҡарай, әммә үткер салғы ла һаҙлыҡ үҫентеләренә сыҙамай, һына. Участканы кемгә һәм ҡайһы ерҙән биреү мәсьәләһен урындағы тейешле органдар хәл итә. Алдан төҙөлгән килешеүҙәр буйынса ғаиләләр проблемалы участокты алыуға ризалыҡ белдергән, әммә ысынында иһә улар ҡәнәғәт түгел. Сөнки һаҙлыҡты күмеп ҡуйһалар ҙа, яҙын ҡар һыуҙары был соҡорға ағып төшөп, ерҙе йыуҙырып алып китеүе ихтимал. Килеп тыуған хәлдән сығыу юлын эҙләп, был ғаиләләр ҡала администрацияһына мөрәжәғәт итә. Әммә әлегә аныҡ ҡына яуап юҡ. Урындағы властар тейешле белгестәрҙе саҡырып, иртәгә был һорау өҫтөндә эшләйәсәк, тип вәғәҙәләне. Күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай ер бүлемдәрен биреү законды тормошҡа ашырыуҙа ҡатмарлыҡтар килеп тыуған беренсе осраҡ түгел. Ер ресурстарына ҡытлыҡ кисереү сәбәпле республиканың башҡа ҙур ҡалаларында участкалар бүленмәгән дә. Мәҫәлән, Нефтекамск ҡалаһында 2011 йылда уҡ сиратҡа баҫҡан ғаиләләр әле һаман тәғәйен ерҙәрен көтә. Ҡаланың буш ере булмағас, оҙаҡламай күрше райондар менән килешеү төҙөп, уларҙың биләмәһенән участок бүленеп биреләсәк, ти урындағы властар. Ә Өфөлә ғаиләләргә ер бүленһә лә, унда ут, һыу, газ коммуникациялары үтмәү сәбәпле, төҙөлөш эштәрендә ҡатмарлыҡтар бар.