Ил етәксеһенә туранан тура мөрәжәғәт итеү өсөн Мәскәү Кремленә барыу мотлаҡ түгел. Рәсәйҙең һәр административ үҙәгендә Президент ҡабул итеү бүлмәләре асыҡ. Өфөләге ошондай бүлмә Волга буйы федераль округында иң ҙурҙар иҫәбендә. Бында халыҡты борсоған төрлө мәсьәләләрҙе теркәү, иҫәптә тотоу һәм хәл итеү өсөн бөтә шарттар бар. Анжелика Әкрәмова ошо иркен фатирҙы алыуына һөйөнөп бөтә алмай. 10 ярым квадрат метрҙа бишәүләп тора инек, ти. Аҙ килемле һәм мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаилә булараҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сиратҡа баҫҡандан һуң бер йылдан да үҙгәреш көтөлмәгәс, Рәсәй Президентының ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт иттем, тип хәтерләй Анжелика Альберт ҡыҙы. Үтенесе тиҙ арала ыңғай хәл ителгәс, хужабикә ғәҙеллеккә өмөт бағлаусы бар таныштарына ла Рәсәй Президенты ҡабул итеү бүлмәһен кәңәш итә. Белгестәр итәғәтле, һәр һорауға тулы яуап бирә, ни тиклем ҡатмарлы мәсьәлә менән килеүсене лә ярҙамһыҙ ҡалдырмай, тип раҫлай. Рәсәй Федерацияһы Президентының ҡабул итеү бүлмәһенә йылына уртаса 1300 кеше мөрәжәғәт итә. Улар араһында көнкүреш мәсьәләләре лә, етди иҡтисади проблема менән килеүселәр ҙә бар. Үтенестәрҙең һәммәһе лә иғтибарға алына һәм тейешенсә хәл итеү юлын таба. Торлаҡ, һаулыҡ һаҡлау, ауылға газ үткәреү, эсәр һыу менән тәьмин итеү, мәктәп төҙөкләндереү, юлдар һалыу. Ошо һәм башҡа мөһим һорауҙарға яуап эҙләп килеүселәр ҡайһы саҡта артыҡ тулҡынланып та китә, ти ҡабул итеү бүлмәһе фельдшеры Рәйхана Ниғмәтуллина. Ғәҙәттән тыш осраҡтарҙы иҫкәртеү өсөн медицина белгесе һаҡта тора. Ҡабул итеү бүлмәһе белгестәре заманса техника йыһаздары, электрон документтар әйләнешен тәьмин итеү сараларын ҡулланып, граждандарҙың төрлө һорауҙарына яуап бирә. Волга буйы федераль округында Башҡортостан халыҡ иҫәбе буйынса иң ҙур төбәк булыуы сәбәпле ҡабул итеү бүлмәһенең күсмә комплексы ла булдырылған. Һуңғы өс йылда граждандарҙан ике мең ярым мөрәжәғәте ҡабул итеү автобусы аша теркәлгән. Ай һайын бында тематик ҡабул итеүҙәр ҙә ойошторола. Ғәмәлдәге закондарға аңлатма биреү, кешеләрҙең ғаризаларын конторлгә алыу һәм үтенестәрен ыңғай хәл итеү өсөн бөгөн был иң ҡулай сара, тип танылған. Видеоконференция, күсмә ҡабул итеү ысулын ҡулланып Рәсәй Президенты хакимиәтенең вазифалы шәхестәре шәхси ҡабул итеүҙәр ҙә үткәрә. Граждандар мөрәжәғәттәренең һаны һәм үтенестәрҙең ыңғай хәл ителеше буйынса Башҡортостан иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты үткәргән тикшереүҙәр шуны иҫбатлай.
Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһе асылыуға 5 йыл
Тулыраҡ: Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһе асылыуға 5 йыл