Өфөлә ҡан тапшырыу станцияһы эшләй

Тулыраҡ: Өфөлә ҡан тапшырыу станцияһы эшләй

Өфөнөң Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы майҙансығында күсмә ҡан тапшырыу станцияһы эшләй. Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Республика ҡан тапшырыу станцияһы менән берлектә ойошторған сарала студенттар һәм яҡын тирәлә йәшәүсе һәр кем ҡатнаша ала. Был юлы беренсе тапҡыр килеп ҡан тапшырғандар ҙа бар. Ошондай акциялар йылына ике тапҡыр ойошторола. Май айында уҙғарылған сарала донорҙар 90 литрҙан ашыу ҡан тапшырған. Күсмә станция Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы алдында бөгөн дә эшләй. Иртәнге сәғәт туғыҙҙан төшкә тиклем кешеләр ҡан тапшыра ала.