Алкоголь һатыуҙы 3 ғинуар бөтөнләй тыйырға тәҡдим итәләр

Тулыраҡ: Алкоголь һатыуҙы 3 ғинуар бөтөнләй тыйырға тәҡдим итәләр

Ошо туралағы закон проекты Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йүнәлтелгән тиелде хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Яңы йыл байрамдары ваҡытында эскелекте мәҙәни саралар һәм спорт менән алмаштырыу юлдарын тәҡдим итәләр. Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров Башҡортостан делегацияһының Австрияға һөҙөмтәле эш сәфәрен билдәләп үтте. Еңел сәнәғәт, ауыл хужалығы, туризм һәм экология йүнәлешендә һөҙөмтә бирер проекттарға нигеҙ һалынған. Һөҙөмтә биргән килешеү был көндәрҙә Башҡортостан, ВТБ банкы һәм “Башҡортостан концессия компанияһы” араһында төҙөлдө. Ул Өфөнөң “Көнсығыш үткәүеле”нә бәйле.

Тоннелде төҙөп бөтөү, Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һалыу һәм 10 километрлыҡ 4 һыҙатлы трасса төҙөү 33 миллиард ярым һумға төшә. Тәү килешеү буйынса сығымдарҙың күп өлөшөн Башҡортостан бюджетынан алырға килешелгәйне, яңыһы буйынса республика ҡаҙнаһынан сығымдар 10 миллиардҡа кәметелде. Республика өсөн генә түгел Рәсәй өсөн уникаль проект иғтибарға лайыҡ тине хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров. Төҙөлөш эштәренең башланыуын ил етәкселеге ҡатнашлығында билдәләргә тәҡдим итте. Әйткәндәй, 1992 йылдан алып эштәр туҡтатылған тоннелдә 20 ғинуарҙан төҙөлөш тергеҙелә тиелде кәңәшмәлә. Белем биреү усаҡтарында балаларҙы ашатыу мәсьәләһе был юлы ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлаусылар күҙлегенән баһаланды. Мәктәп һәм балалар баҡсаларында ашханалағы ҡоролмаларҙың 63-65 проценты иҫкергән, ә ашнаҡсыларҙың уртаса йәше – 58.

Тәүгеһен хәл итер өсөн ярты миллиард талап ителә. Радий Хәбиров республиканың бер юлы уны хәл итер мөмкинлеге юҡ, ә бына кадрҙар буйынса хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртер саралр күрергә ҡушты. Яңы йыл байрамдарында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙер. 3 ғинуар – бөтөнләй тыйырға, 4,5 һәм 6 ғинуар көндәрендә алкоголде иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө сәғәт икегә тиклем генә алырға мөмкин буласаҡ. Сикләү закон проектына индерелгән һәм Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары яҡлаған осраҡта яҡын арала ҡабул ителәсәк.

Оҙайлы байрамдар файҙалы ла, күңелле лә үтһен өсөн “ғаилә каникулдары ойоштороласаҡ. Бөтә саралар планы яңы йыл көндәлегенә индереләсәк. Уны интернетта “Культурный мир Башҡортостана” порталында табырға мөмкин. Бөгөндән башҡараһы эштәр исемлегендә барлыҡ муниципалитеттарҙа боҙ ҡаласыҡтары төҙөү, уларҙың һаны быйыл йылдағынан күберәк – 1 мең 100 тирәһе буласаҡ. Республикала быйыл беренсе тапҡыр 9 майҙанда пикселле яһалма шыршылар ҡуйыласаҡ. Уларҙың береһе “Торатау” Конгресс-Холлы янындағы майҙанда булыр тип көтөлә. Барлыҡ район үҙәктәре һәм ҡалаларҙа яңы йылдың төп символын урынлаштырыуҙы 10 декабргә тиклем башҡарыу бурысы ҡуйылған. Ә 1 декабргә тиклем бөтә урамдар байрамса биҙәлеш аласаҡ.