Был хаҡта Өлфәт Мостафин республика Хөкүмәтендә үткән “Төҙөлөш сәғәте”нең сираттағы ултырышында белдерҙе. Етештереү цехтары элек заказдар булмау сәбәпле бөлгөнлөккә төшкән “Башгранит” предприятиеһы нигеҙендә ойошторола. Сеймалды Учалы районынан килтереү күҙ уңында тотола. Әлегә белгестәр саҡырылған, ҡорамалдар әҙер. Биналарҙы төҙөкләндереү талап ителә, бынан тыш йыһаздарҙы замансаларына алмаштырыу ҡаралған.
Өфөлә тәбиғи таш эшкәртеүсе яңы производство булдырыу көтөлә
Тулыраҡ: Өфөлә тәбиғи таш эшкәртеүсе яңы производство булдырыу көтөлә