Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптарын, Мәскәү профессоры үҙенсәлекле ҡоролма – махсус бырау ярҙамында операция эшләү ысулдары менән таныштырҙы. 60 йәшлек ирҙең аяҡ ҡан-тамырын холестерин төйөрсәләре ҡаплаған. Әҙ хәрәкәт итеү, дөрөҫ туҡланмау, стресс атеросклерозға килтерә. Әлеге ваҡытта был сирҙең „йәшәрә„ барауы күҙәтелә. Элек уның менән 60 йәштән өлкәндәр яфаланһа, хәҙерге заманда был диагноз 35-40 йәшлектәргә лә ҡуйыла. Ваҡытында кәрәкле сара күрмәгәндә пациентҡа аяҡһыҙ ҡалыу ҡурҡынысы ла янай, ти белгестәр. Үҙенсәлекле ҡоролма – махсус бырау — ротаблатор ярҙамындағы операция Мәскәү профессоры ЗаурШугушев ярҙамында үтә. Табип Башҡорт дәүләт медицина университеты белгестәре менән тәжрибә уртаҡлаша. Бер аҙна эсендә, ротаблатор менән ун кешегә операция яһау планлаштырылған. Ҡан-тамырын төйөрсәләрҙән яҡшылап таҙартҡандан һуң, уның эсенә каркас ҡуйыла.
Стендап. Ошондай махсус стенд ҡан-тамырының эсенә урынлаштырыла. Ҡоролма һығылмалы... шуға күрә ул пациенттың хәрәкәт итеүенә бер нисек тә ҡамасауламай... Табиптарҙың бар кәңәштәрен дә теүәл үтәгәндә, стенд ғүмер буйына хеҙмәт итәсәк, ти белгестәр. Ротабатор ярҙамындағы операция пациентҡа урындағы анестезия менән генә башҡарыла, бындай ысул пациентҡа тиҙерәк аяҡҡа баҫырға ярҙам итә. Хирургтар киләсәктә медицинаның был алымын көндәлек практикала ҡулланырға ниәтләй.