Мәләүез районының Нөгөш ауылында йәшәүсе Иван Марфин 95 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан ул әле лә буш ултырмай. Был кейем Иван Марфин өсөн күп тарихи иҫтәлектәр һаҡлай. Әйткәндәй, ул элек киң билдәле булған “Мир” фабрикаһында тегелгәйне, тип иҫләй ветеран. “Икенсе дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы”, “Багратион операцияһын үткәреү өсөн” ордендары һәм «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары әле уның түшен биҙәй. Иван Николай улы 18 йәшендә армияға алына. Яу яланында элемтәсе булып хеҙмәт итеүсе һалдат Ҡырымды һәм Балтика буйын азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыш михнәттәре онотолмай, тип хәтирәләргә төшә ветеран. Бөйөк Еңеү көнөн Иван Марфин Литваның төньяҡ өлөшөндәге Шәүләй ҡалаһында ҡаршылай.
Шатлыҡлы хәбәрҙе ул радиоэлемтә аша беренсе булып ишетә. Һуғыштан һуң Иван Марфин сик буйы ғәскәрҙәре сафына баҫа. Унда биш йыл хеҙмәт иткәс, тыуған яғына ҡайтып, Күмертау вертолет заводында инженер булып эшләй. 2003 йылда ғына Иван Марфин хаҡлы ялға сыға. Быйыл сентябрь айында ул 95 йәшенә аяҡ баҫты. Электән эш һөйөп үҫкән ветеран әле лә буш ултырмай. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Нөгөш ауылында ветерандар советын етәкләй. Йәштәргә төплө кәңәштәрен еткерә, күптәр өсөн ул ҙур үрнәк, тип телгә ала уның яҡташтары. Иван Марфин кешелекле булырға өндәүҙән тыш, бәхетле ғаилә серен таратыусы ла. Тормош иптәше Валентина Марфина менән улар 70 йыл ҡулға ҡул тотоношоп йәшәй. Марфиндар ғаиләһе ике балаға ғүмер бүләк иткән. Әле уларҙың дүрт ейәндәре һәм бүләләре бар. Балалары ла, үҙ сиратында, ата-әсәһен онотмай, һәр ваҡыт килеп хәлдәрен белешә. Иң мөһиме-тыныс донъя һәм ғаиләңең яныңда булыуы, ошо бәхеткә мин ирештем, тип ҡыуана йөҙ йәшкә етеүсе ветеран.