Интернатым – пар ҡанатым

Тулыраҡ: Интернатым – пар ҡанатым

Республиканың иң төп урта белем биреү йорттарының береһе- Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты үҙенең юбилейын билдәләне. 75 йыл эсендә белем усағын 13 меңгә яҡын уҡыусы тамамлаған. «Торатау» Конгресс-Холлында үткән байрам тантанаһына төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар, уҡытыусы-ветерандар, абруйлы ҡунаҡтар йыйылды. Торатау Конгресс-холлы фойеһында алма төшөр ҙә урын юҡ. Халыҡ ҡайнап тора. Синыфташтар менән осрашыуҙар,уҡытыусы-тәрбиәселәр менән йылы ҡосаҡлашыуҙар, дәртле көйҙәр һәм бейеүҙәр.

Уларҙың барыһын да бер шатлыҡ берләштерә – тыуған гимназия-интернаттың75 йыллыҡ юбилейы. Кемдәр генә юҡ бында, әйтерһең республиканың күпселек зыялыйҙары тап ошо уҡыу йортон тамамлаған. Араларында 6 академик, 30-ҙан ашыу фән докторы, 100-ләгән фән кандидаты, яҙыусылар, артистар, табиптар һәм төҙөүселәр, спортсылар-донъя чемпиондары, абруйлы уҡытыусы һәм журналистар, дәүләт эшмәкәрҙәре бар. 75 йыл эсендә белем усағын 13 меңгә яҡын уҡыусы тамамлаған. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, 1944 йылда Өфөнөң 9-сы башҡорт мәктәбе янында балалар өсөн махсус интернат төҙөлә. Дәүләт тарафынан тулы тәьмин ителгән 200 балалыҡ пансионда башта Өфө балалары ғына уҡыһа, аҙаҡ төрлө райондарҙан аталары фронтта һәләк булған балалар килә башлай. Уларҙың һәр береһендә белемгә ынтылыш ҙур була.Гимназистар араһында үҙенсәлекле туғанлыҡ тойғоһо бар.

Был уҡытыусы һәм тәрбиәселәребеҙҙең ошо хисте күңелгә һала белеүенән, ти улар.Милли кадрҙар тәрбиәләүҙә лә уҡыу йорто беренселәр рәтендә. Тәрбиәсе Миңзәлә Мәүлит ҡыҙы ошо мәктәп-интернатты тамамлаған.Юғары белем алып тәжрибә туплағас гимназияға эшкә килә. Хәҙер инде 28 йыл тәрбиәсе вазифаһын үтәй. Байрамға килеүсе кемдән генә һорама тулҡынланып хәтирәләре менән уртаҡлаша. Ә сәхнә түрендә гимназияның бөгөнгө уҡыусылары майҙан тота. Концерт номерҙары тик үҙҙәренең көсө, һәләттәренән сығып ҡоролған. Ҡурай һыҙғыртырға ла күптәр ошо гимназияла өйрәнгән. Хәҙер инде ҡурайсылар ғәскәр булып баҫып « Уралды » уйнай. Гимназияны тамамлаусылар араһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов та бар. Ул төбәк башлығының ҡотлауын еткерҙе һәм уҡыу йортона уңайлы һәм ҙур Нефаз автобусы алыуға сертификат тапшырҙы. Тантанала гимназия уҡытыусылары, ветерандар тәбрикләнде.Ҡорға йыйылыусылар гимназиябыҙ һаман беренсе һәм һәр саҡ шулай булырға тейеш тигән уй менән таралышты.