Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Дуҫлыҡ иле биҙәктәре” балалар халыҡ хореографияһы республика фестиваль-конкурсының Гала-концерты үтте. Фестиваль республиканың 100 йыллығына арналған. Башҡортостандың район-ҡалаларынан килгән төрлө милләт балалар бейеү коллективтары башҡорт, рус, татар, марый, удмурт һәм башҡа халыҡ бейеүҙәре менән сәхнәлә сығыш яһаны. Һайлап алыу турында ансамблдәр фольклор нигеҙенә таянып ҡуйылған, сюжет-уйын һәм ирекле темаға бәйле 3 номер жюри иғтибарына тәҡдим итә. Фестивалдең икенсе турында 22 бейеү коллективы көс һынашып, еңеүселәр Дәүләт концерт залында гала-концертта сығыш яһаны. Гран-при яулаусы Туймазы районының “Сәфәр” өлгөлө хореография ансамбленә 100 мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырылды. Башҡа еңеүселәр һәм лауреаттар ҙа ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар менән тәбрикләнде.
Дуҫлыҡ иле биҙәктәре
Тулыраҡ: Дуҫлыҡ иле биҙәктәре