Республикала көндәр йылыта

Тулыраҡ: Республикала көндәр йылыта

Ҡотҡарыусылар руль артындағыларға юлда һаҡ булырға саҡыра. Был аҙнала республикала боҙлауыҡ булыуын фаразлай синоптиктар.

За кадром. Төндә һәм көндөҙ һауа температураһы бер түбәнәйеп, бер күтәрелеү сәбәпле иртәнге сәғәттәрҙә юлдар тайғаҡлана. Был көндәр йылытыу менән бәйле. Республика биләмәләренә йылы атмосфера фронты яҡынлаша, аҙнаның икенсе яртыһында термометр бағанаһы +3-4 градусҡа тиклем етәсәк. Йомаға ҡарай ҡар яуыуы ихтимал тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса гидрометеорология хеҙмәтенән.