Ашығыс ярҙам бригадаларына эш хаҡын арттыралар

Тулыраҡ: Ашығыс ярҙам бригадаларына эш хаҡын арттыралар

Киләһе йылда Стәрлетамаҡта ашығыс медицина ярҙамын саҡырыуҙарын эшкәртеүсе резерв үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта “Сәләмәтлек сәғәте”нең сираттағы ултырышында билдәләнде.

Ултырыш күсмә тәртиптә үтте. Радий Хәбиров Өфөләге ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһы эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды, бында эшләгән табиптар менән аралашты. Мөрәжәғәттәр үҙәге тәүлегенә өс меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул итә. Уларҙың күпселек өлөшө киске сәғәттәргә һәм ял көндәренә тура килә. Әлеге ваҡытта берҙәм мәғлүмәт диспетчерлығын ойоштороу мәсьәләһе хәл ителә. Ул 03 һандарына килгән бар саҡырыуҙарҙы берләштерәсәк. Табло һәм махсус картала ашығыс ярҙам автомобилдәре хәрәкәте күҙәтелә. Диспетчерҙар пациенттарҙың маршрутын көйләй. Был тәртипте республиканың бар ҡала райондарына таратыу күҙ уңында тотола. Муниципалитеттар селтәргә бер-бер артлы ҡушыласаҡ. Ошондай мөрәжәғәттәр үҙәген яҡын киләсәктә Стәрлетамаҡта асыу ҡаралған.

Республикала шулай уҡ ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенең автомобилдәр паркын яңыртыу дауам итә. Быйыл 205 яңы машина һатып алынды. Бынан тыш медицина хеҙмәткәрҙәре планшет компьютерҙары менән тәьмин ителә. Улар пациент тураһында бар мәғлүмәтте онлайн режимда тупларға булышлыҡ итә. Киләһе йылдан ашығыс медицина ярҙамы бригадалары эш хаҡына өҫтәмә ала башлаясаҡ. Табиптар өсөн был һан 7, фельдшерҙарға 5, водителдәргә 3 мең һум. Радий Хәбиров белдереүенсә, республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә артабан да төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәсәк.